Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Онлайн – хәбәрҙәр
16 Июль 2021, 11:22

КҮК ТОЛПАРЫБЫҘ КҮЛЕНӘ ҠАЙТТЫ

Бөрйән районында Аҡбуҙатҡа һәйкәл асылды

Шүлгәнташ мәмерйәһенән йыраҡ түгел, Йылҡысыҡҡан күле янында башҡорт халыҡ риүәйәттәрендәге ҡанатлы толпар – Аҡбуҙатҡа һәйкәл асылды. Шуныһы икеләтә һөйөнөслө: был иҫтәлекле ваҡиға VI Бөтә донъя фольклориадаһы мәленә тура килде. Тантаналы сарала CIOFF президенты Филипп Боссан, БР мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, Башҡортостан Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилмиетештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин, фольклориада ҡунаҡтары һәм башҡа абруйлы ҡунаҡтар ҡатнашты.

Толпарҙың бейеклеге – өс метр, ҡанаттары араһындағы ара ла 3 метрға тиң. Аттың ауырлығы ла 3 тонна самаһы тәшкил итә. “Урал батыр” һәм “Аҡбуҙат” эпостарында һүрәтләнгәнсә, Аҡбуҙат көмөшкә буялған, ҡеүәтле ҡанаттары, булат ҡылысы бар. Һәйкәлде БР Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге ҡуйған. Толпар Кәҫле заводында суйындан ҡойолған. Скульпторы – Өлфәт Ҡобағошов.

Аҡбуҙат һәйкәлен асыу тантанаһы Абдрафиҡ хәҙрәттең фатихаһынан башланып китте. Данлыҡлы ҡурайсы Роберт Юлдашев һәйкәлгә арнап ҡөрьән бағышлағандан һуң, урындағы етәкселәр һәм фольклориада ҡунаҡтары һүҙ алды. – Ҡанатлы ат һыны әлегә башҡорт халҡының эпостарына берҙән-бер һәйкәл булып тора. Аҡбуҙат – меңәр йылдар дауамында сәсәндәрҙең поэтик теле менән шымартылған образ. Уны сәнғәттең монументаль төрөнә күсерергә кәрәк ине, – тип бүлеште тәҫьораттары менән һәйкәлдең авторы. – Скульптор булыу ғына аҙ бында, сөнки ысынбарлыҡтағы ат һынын бирмәйһең бит. Эпосты белмәй тороп, быны нисек эшләмәк кәрәк? Сәсәндәр бит ана нисек килтереп еткергән халыҡ тасуирлаған мифик ат образын? Мәҫәлән, “Аҡбуҙат” эпосында: “Күл шаулатып, күл ярып, Ерҙә дауыл ҡуптарып, Аҡбуҙ сығыр мал ҡото... ...Һыртына эйәр һалынған, Эйәренең башына Алмас ҡылыс тағылған; Эйәренең ҡашы алтын, Йүгәненең башы алтын; Ҡолағын беҙҙәй ҡаҙаған, Ялын ҡыҙҙай тараған...” – тигән юлдар бар.

Ысынлап та, Аҡбуҙаттың асылын аңлау һәр кемгә лә бирелмәй. – “Урал-батыр” эпосы Баймаҡ районында яҙып алынһа, “Аҡбуҙат”ты Мөхәммәтша Буранғолов 1917 йылда Көйөргәҙе районының Бабалар ауылында Ғәтиәтулла Биҡҡужиндан яҙып ала. Был факт та минең өсөн айырым әһәмиәткә эйә, – ти атаҡлы скульптор. Әйткәндәй, ул артабан Урал батырға ла һәйкәл булдырырға ниәтләй. Мөһабәт һәйкәл мотлаҡ Өфөлә торорға тейеш, “Урал батыр” эпосы донъяла тиңе булмаған мәңгелек әҫәр, тип иҫәпләй Өлфәт Миңлеәхмәт улы.

Ошо Йылҡысыҡҡан күленән Аҡбуҙат үҙенең артынан өйөр-өйөр йылҡы алып сыҡҡан һәм башҡорт тоҡомло аттар шулай таралып киткән. Аҡбуҙат – башҡорт фольклорының киң таралған образдарының береһе, ҡанатлы толпар. Боронғо башҡорттар күҙ алдына килтереүенсә (эпоста һүрәтләнеүенсә), Шүлгән һәм уның дейеү пәрейҙәре тауҙы уйып Аҡбуҙатҡа таштан йорт – Шүлгәнташты эшләгәндәр. Аҡбуҙат әле һаман да Урал тауҙарының йөрәгендә – үҙенең таш өйөндә мәмерйәлә йәшәй тигән инаныуҙар бар, ә төн уртаһында Урал батыр Аҡбуҙатҡа атланып донъяны гиҙеп сыға һәм таң атыуға кире мәмерйәгә инеп китә, имеш. Ә Шүлгәнташ көмбәҙендә әле лә яҡты уйлы кешеләргә Урал батырҙың ҡатыны – Һомайҙың йөҙө күренә. Әгәр йәштәребеҙ ауыҙтел ижады менән ҡыҙыҡһынһа, эпостарыбыҙҙы өйрәнһә һәм ошо рухи ҡомартҡыларыбыҙ менән ғорурланһа, Уралыбыҙҙың даны һәм тыуған еребеҙҙең ырыҫ-бәрәкәте артасаҡ ҡына, әлбиттә. Бөрйәнгә генә түгел, барлыҡ башҡорт донъяһына ҡот-бәрәкәт килтереп тор, мең йәшә, рухыбыҙға ҡалҡан бул, Аҡбуҙат!..

Роза САФИНА. Стәрлетамаҡ – Иҫке Собханғол – Стәрлетамаҡ.

 Айгөл Шәрәфетдинова фотолары.

Автор:Роза Сафина
Читайте нас