

Ведомство хәбәр итеүенсә, полицияға күрше йәшәгән ҡатын кешенең бысаҡ менән янап 30 мең һум күләмендә аҡса урлау тураһында хәбәр килә.
Тәү мәғлүмәт буйынса, ҡатын кеше пенсионерға бурысҡа аҡса һорап килгән булған, әммә оло кеше кире яуап ҡайтарған. Бындай яуап ҡатынға оҡшамағас ҡулына бысаҡ ала.
Пенсионер был ҡатындың элек тә аҡса һорап тороп оҙаҡ бирмәй йөрөгәне тураһында һөйләгән.
Полиция ҡатынды ҡулға алған, бысаҡ һәм аҡсаның бер өлөшө алынған.