Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Онлайн – хәбәрҙәр
20 Июль 2021, 12:27

Бөгөн ҡалалағы мәсеттәрҙә ҡорбан байрамы үтте

Бөгөн беҙ һеҙҙең менән ҙур байрам — Ҡорбан ғәйетен ҡаршы алабыҙ.

Бөгөн ҡалалағы мәсеттәрҙә ҡорбан байрамы үттеБөгөн ҡалалағы мәсеттәрҙә ҡорбан байрамы үтте
Бөгөн ҡалалағы мәсеттәрҙә ҡорбан байрамы үтте

 Аллаһы Тәғәлә барлыҡ яҡшы ғәмәлдәребеҙҙе ҡабул итеп, ғибәҙәттәребеҙ өсөн сауаптарын арттырып, ике донъяла ла Үҙенең сикһеҙ мәрхәмәтен насип итһә ине!Ғәйетебеҙ мөбәрәк булһын, һәр йортҡа ла шатлыҡ, именлек һәм Аллаһы Тәғәләнең рәхмәтен алып килһен.Стәрлетамаҡтар ҙа Рәсәйҙең әллә нисә тиҫтәсә миллион мосолмандары, дини хистәре тулы хәлдә, иртә таңдан мәсеткә Аллаһы Тәғәләгә ғибәҙәттә булыу һәм ғаиләләребеҙгә, туғандарыбыҙға, дуҫтарыбыҙға, мохтаждарға доға ҡылыу өсөн йыйылдылар.Бөгөн беренсе тапҡыр Яңы Отрадовка ауылында өр яңы мәсет сафҡа инеп, халыҡты үҙенә йыйҙы. Ҡала эсендә иһә, иң тәүҙә Тыныслыҡ урамындағы яңы мәсеттә, һуңынан иҫке мәсеттә байрам намаҙҙары уҡылды, йәхер һалынды.Һәр йылдағыса үҙ эргәһенә Ҡаранай Моратов урымында төҙөлөп ятҡан мәсет тә бик күп халыҡты йыйҙы. Бар саралар мәсет эргәһендәге майҙанда үтте. Ҡала халҡы өсөн көрәш, ҡул көрәше, волейбол кеүек ярыштар ойошторолдо, күңел асыу өсөн кәмәлә, квадрациклдарҙа йөрөү, балалар аттракциондары, аҙыҡ-түлек һатыу ойоштролдо.Сара ваҡытында мосолмандарҙы байрам менән Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов ҡотлап үтте. Етәкселәр яңы төҙөлөп ятҡан мәсет эсен ҡарап, был эштә әүҙемлек күрһәткән эшҡыуарҙарға, халыҡҡа рәхмәттәрен белдерҙе. Әлеге ваҡытта мәсет эсендә эштәр дауам итә, никах өсөн бүлмә әҙер булып килә.

Бөгөн ҡалалағы мәсеттәрҙә ҡорбан байрамы үтте
Бөгөн ҡалалағы мәсеттәрҙә ҡорбан байрамы үтте
Автор:Эльдар Фаттахов
Читайте нас