Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Онлайн – хәбәрҙәр
26 Июль 2021, 06:26

4 йәшлек бала тәҙрәнән осоп төшкән

24 июль Гоголь урамында, 137 –се йорттоң тәҙрә аҫтарында 4 йәшлек баланың ғүмере өсөн “тиҙ ярҙам”дың реанимацияһы көрәште.

4 йәшлек бала тәҙрәнән осоп төшкән4 йәшлек бала тәҙрәнән осоп төшкән
4 йәшлек бала тәҙрәнән осоп төшкән

Баланы ҡотҡарып ҡала алмағандар, 9-сы ҡаттан осоп төшкән бала ҡабаттан аңына килмәй, үлеп ҡала. Хәл көндөҙ сәғәт икеләр тирәһендә була. Тәү хәбәр буйынса, бала селтәргә таянып, уны йыртып осоп төшкән.

Әлегә тиклем Республикала тәҙрәнән осоп төшөүҙәр бер нисә көн рәттән теркәлеп килде. 22 июль Күмертау ҡалаһында икенсе ҡаттан, ике йәшлек бала, шулай тәҙрәнән осоп төшкә ине (бала иҫән ҡалған, йәрәхәттәр ала), 23 июль Өфөлә Яр буйы урамында бейек йорттоң 15-се ҡатынан 5 йәшлек ҡыҙ ҡолап төшкән, был тиклем бейеклектән иҫән ҡалыу мөмкин түгел, бала урында уҡ йән биргән.

Автор:Эльдар Фаттахов
Читайте нас