Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Онлайн – хәбәрҙәр
27 Июль 2021, 09:52

120 йыл эсендә Стәрлетамаҡ халҡы 18 тапҡырға артҡан

Башстат мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәй империяһының беренсе дөйөм халыҡ иҫәбен алыу 1897 йылда уҙғарыла. Ул саҡта Стәретамаҡта ни бары 15 550 кеше теркәлгән була. Шуларҙың 8 037-һе ир һәм 7 513-ө – ҡатын-ҡыҙ. Үрҙә һанап үтелгәндәр араһынан 373 дворян, 186 сауҙагәр, 4 267 крәҫтиән, 17 сит илдән килгән подданныйҙар,  башҡа ҡатламға ҡараусы 344 кеше билдәләнә.

Туған тел буйынса ҡала өс төп төркөмгә бүленә: рус – 9753, башҡорт – 1274, татар – 3779. Ҡалған  564 кеше үҙ туған теле итеп башҡа телдәрҙе иҫәпләй. Ул  заман уҡымышлылыҡ та йөҙ процент булмай. Халыҡ араһында белемле кешеләр 5 507 генә була. Белемһеҙҙәр  – 10 043 кеше.

1926 йылғы Бөтә союз халыҡ иҫәбен алыу йомғаҡтары буйынса Стәрлетамаҡта 24 609 кеше иҫәпләнгән.

Башстат мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 1939 йылда Стәрлетамаҡ халҡы 38 786 кешегә еткән. Шуларҙан  ҡатын ҡыҙҙар – 20 126 , ирҙәр – 18 660. 20 йылдан ҡала халҡы  йылдам үҫешә башлай һәм 111 572 кешегә етә.

 2002 йылда инде  Стәрлетамаҡта 264 362 кеше йәшәй. Ҡатын-ҡыҙҙар йәнә күберәк булып сыға – 143 553 кеше.  2010 йылда Стәрлетамаҡта 273 486 кеше теркәлә. Был ваҡытта ҡалала белемлелек кимәле юғары булыуы билдәләнелә. Башстаттан хәбәр итеүҙәренсә,  2010 йылда юғары йәки вуздан һуң белем алыусылар 1000 кешегә 181 (БР буйынса уртаса – 175), тулы булмаған юғары белем – 46 (40),   урта һөнәри белем 390 (334) тура килә.

2020 йыл башына ла Стәрлетамаҡта 276,4 мең кеше йәшәүе – 80-дән ашыу милләт һәм этник төркөм вәкиле теркәлә. Шуларҙың  54,5 проценты – ҡатын-ҡыҙҙар, 45,5 – процентын тәшкил итә (125,7 мең ир енесенән, 150,7 мең ҡатын-ҡыҙ енесенән). Шулай итеп, ҡалала йәшәүсе 1000 иргә 1195 ҡатын-ҡыҙ тура килә. Башстат мәғлүмәттәре буйынса, был ҡалала йәшәүсе халыҡтың уртаса йәше 37,8 йәш. Республика буйынса дөйөм алғанда – 39 йәш тирәһе.

Р.САФИНА.

120 йыл эсендә Стәрлетамаҡ халҡы 18 тапҡырға артҡан
120 йыл эсендә Стәрлетамаҡ халҡы 18 тапҡырға артҡан
Автор:Роза Сафина
Читайте нас