Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

СОБХАНАЛЛАҺ, ҮРНӘК БУЛЫРҘАЙ ҒАИЛӘЛӘРЕБЕҘ БАР!

Республикабыҙҙа матур ғаиләләр бихисап, улар һәр береһе үҙенсәлекле, тырышып эшләй, балалар үҫтерә. Шул уҡ ваҡытта, үҙ йолаларын һаҡлап, дин ҡанундарына таянып, заман талаптарынан артта ҡалмай тормош көтә. Ҡалабыҙҙа йәшәүсе Ваһаповтар ғаиләһе лә үҙ телен яратып, һөйөнөп йәшәй. Ҡасандыр Азамат Айҙар улы һәм Ләйсән Фаяз ҡыҙы ҡорған студент ғаиләһе әлегеләй ишле булып китерен кем күҙ алдына килтерә алған?

СОБХАНАЛЛАҺ, ҮРНӘК БУЛЫРҘАЙ ҒАИЛӘЛӘРЕБЕҘ БАР!
СОБХАНАЛЛАҺ, ҮРНӘК БУЛЫРҘАЙ ҒАИЛӘЛӘРЕБЕҘ БАР!

Урал булған кесеһе, тип, тап эпостағы кеүек башларға мөмкин был йәш ғаилә менән таныштырған саҡта, әле уға ике генә йәш, унан саҡ ҡына өлкәнерәк Айлина ҡыҙҙары “Алтынай” балалар баҡсаһына йөрөй, ә иң өлкәне Айтуған Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназия уҡыусыһы.
– Улдарыбыҙға исемдәрҙе Азамат үҙе ҡушты, ә ҡыҙыма Айлина тигән исемде үҙем һайланым. Улар өсөһө өс төрлө, Айтуған тыныс, тыңлаусан ғына булып үҫте, һеңлеһе һәм ҡустыһына ысын ағай булып тора, уларҙы эскерһеҙ ҡараша. Ә бына Айлина иркәрәк, беҙ үҙебеҙ уны принцесса тип йөрөтәбеҙ инде, бер бөртөк ҡыҙ булғас үҙ баһаһын белә. Ә Урал һәр төпсөк балаға хас булғанса теремек, тиҙ үҫешә, бәләкәс кенә булһа ла маҡсатына ирешергә тырыша. Бер-береһен саҡ ҡына күрмәһәләр, һағынып, көтөп тороп ҡаршы алалар. Беҙгә иһә бындай татыулыҡты күреү үҙе бер шатлыҡ, матур күренеш, – ти Ләйсән балалары тураһында.
Азамат менән Ләйсән үҙ балалары уңыштары менән генә сикләнеп ҡалмай, ҡалабыҙҙағы һаңғырау һәм насар ишеткән балалар өсөн тәғәйенләнгән Стәрлетамаҡ коррекцион мәктәп-интернатында тәрбиәләнеүсе балалар өсөн остаз, үрнәк булып тора. Һәр баланың еңеүҙәре, яңы һөнәр үҙләштереүен үҙҙәренекеләй ҡабул итеп, интернат тормошо үҫешенә көс һалып, эштә лә донъя матурлығын тойоп эшләй.
Ләйсән белем усағында тәрбиәсе булһа, Азамат контракт менән идара итеү эштәрен алып бара. Ысынлап та, ғаиләләге кеүек тә инде, Ләйсән күберәк балаларға тәрбиә биреүгә үҙ ваҡытын һалһа, Азамат, һәр ғаилә башлығына хас булғандай тырышып, эшләп таба, күберәк иҡтисади төшөнсәләрҙе үҙ итә, был юлды улар уңышлы үтә тип тә баһаларға була. Сөнки ҡасандыр студент ғаилә булып торған йәштәргә бер кем дә еңел тормош әҙерләп ҡуймаған, ятаҡта тормош башлап, артабан бүлмә һатып алып, тора-бара фатирлы ла булып китәләр. Әлеге заманда торлаҡлы булыу һәр йәш ғаилә ныҡлығының нигеҙе булып торғанын һәр кемебеҙ аңлап тора. Торлаҡ мәшәҡәттәре генә түгел, йәш атай булып өлгөрөгән Азаматҡа хәрби хеҙмәткә саҡырылыу һынауын да үтергә тура килә. Ләйсән менән Айтуғанға иһә бер йыл атайҙарын көтөп алырға тура килгән.
– Үҙем Зәйнәп Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһының башҡорт филологияһы факультетын тамамлаһам да, тормоштоң күп яҡлы икәнен танып беләм. Шуға яңы ғына саҡ ғаилә ҡороп торған йәштәргә, студенттарға бер һөнәр менән генә сикләнергә кәрәкмәй, тип әйтер инем. Һәр ваҡыт уҡырға кәрәк, бер-нисә уҡыу йортон тамамлау, диплом алырға өндәй тип уйлап ҡуймағыҙ, киреһенсә, ниндәйҙер һөнәр, эш асылын аңларға кәрәк. Тормош һәр ваҡыт үҫешә бара, яңы һөнәрҙәр ҙә барлыҡҡа килә, уларҙы бәлки махсус рәүештә классик белем биреү йорттарында уҡытмауҙары ла мөмкин. Иҫләйһегеҙҙер, элегерәк ипотека, кредит кеүек һүҙҙәр ҡурҡыныс булып торһа, хәҙер быға күптәр өйрәнде, файҙаһын күрә, уңышлы ҡуллана. Яңы инструменттар менән ваҡытында ҡуллана белергә генә кәрәк тип уйлайым. Иң мөһиме, яңы идеялар барлыҡҡа килгән осраҡта, эргәңдә һине аңлаған, башланғыстарыңды хуплап, дәртләндереп тороусы кеше булырға тейеш, был йәһәттән Ләйсән минең өсөн терәк булып тора, – ти ғаилә башлығы Азамат Айҙар улы.
Ғаиләнең шөғөлдәренә килгәндә, улар күберәк саф һауала йөрөргә, сәйәхәт итергә яраталар. Балалар һүрәт төшөрөргә, башҡортса йырҙарға ҡушылып бейергә, йырларға ярата. Ғаилә күптән дингә лә килгән, был йәһәттән ислам ҡанундары бер нисек тә тулы тормошта йәшәүгә сик ҡуймай, киреһенсә, дөрөҫлөккә өйрәтә, юлды аса тигән фекерҙә Ваһаповтар.

СОБХАНАЛЛАҺ, ҮРНӘК БУЛЫРҘАЙ ҒАИЛӘЛӘРЕБЕҘ БАР!
СОБХАНАЛЛАҺ, ҮРНӘК БУЛЫРҘАЙ ҒАИЛӘЛӘРЕБЕҘ БАР!
Автор:Эльдар Фаттахов
Читайте нас: