Ашҡаҙар
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

ҺӨЙӨҮҘӘН ТУҠЫЛҒАН БӘХЕТЛЕ ҒАИЛӘЛӘР

Стәрлетамаҡ ҡалаһында башланғысын алған һәм республика кимәлендә үткәрелгән «Етегән – ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө»   байрамы Өфө фән  һәм технологиялар университеты  Стәрлетамаҡ филиалының Башҡорт һәм төрки филологияһы факультетында күренекле шағирә, СДПИ-ның 1985 йылғы сығарылыш студенты Сулпан Миңлебаева менән осрашыуҙан башланып китте. Шағирәнең бөтә тормошо, ижады күҙ алдына баҫты һәм йәш быуында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.   

Башта студенттар Сулпан Миңлебаеваның өләсәһе иҫтәлеген мәңгеләштергән «Ҡорайт ҡотом»тигән поэмаға торошло шиғырын һөйләнеләр.  Байтаҡ йылдар элек яҙылыуына ҡарамаҫтан,  был шиғыр әле лә актуаллеген юғалтмаған, халҡыбыҙ яҙмышына оран һымаҡ яңғырай. Шағирәнең үҙенә һүҙ бирелгәс ул тыныс ҡына мөләйем тауышы менән үҙенең бала саҡ хәтирәләре менән уртаҡлашты. Тормошонда осраған шатлыҡтар, ҡаршылаҡтар менән дә бүлеште. Был осрашыуҙың ҡиммәте түбәндәгесә сағылды.

«Зифа буй-һын, бик тә мөләйем йөҙ... Йөҙөндә нур уйнай - был, моғайын, уның хаҡында. Сулпан Миңлебаева. Ул - факультеттың бөгөнгө ҡунағы. "Ҡорайт ҡотом", "Башҡорт теле уҡытыусыларына", "Беҙҙең яҡта кеше рәнйетмәйҙәр" кеүек көн ҡаҙағына һуҡҡан шиғырҙарҙың, "Ҡолсоғаҙым", "Зәңгәр киңлектәрҙә" тигән халыҡ араһында киң таралған йырҙарҙың авторы ул. Сулпан Миңлебаева СДПИ-ны 1985 йылда тамамлаған. Әбйәлил ҡыҙы үҙенең ғүмер юлдашының тыуған ере - Көйөргәҙе яғында төйәкләнгән. "Төшкән ереңдә бат" - ҡыҙ биргән саҡта шулай тигәнме борон башҡорттар? Ғүмерен башҡорт телен уҡытыуға арнай. Шиғриәт, ижад һуң? Эйе, мәктәп һәм бөтмәҫ-төкәнмәҫ тормош мәшәҡәттәре ижадҡа аҙыраҡ урын ҡалдырған. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, бына тигән, ғәйәт уҡымлы шиғыр китаптары : "Һигеҙ ожмах асҡысы", "Мәңгелектең" саҡырыуы" - уйсан һәм фекерле уҡыусыға тәғәйенләнгән китаптар авторы булыу - мәртәбәле, беҙҙеңсә…. Заманында Кәбир Аҡбашев Сулпан Миңлебаеваның ижады хаҡында : "Шиғриәт күгендә Сулпан булып балҡыр ижад", тигән һүҙҙәр яҙған. Был матур һүҙ һәм осраҡлы фекер ҙә түгел. Кәбир Аҡбашев, алсаҡ һәм киң күңелле матур кеше булыуына ҡарамаҫтан, арзан һәм бәҫһеҙ һүҙ һөйләргә яратманы. Сулпан Миңлебаева ижадына ҡарата әйткән ошо һүҙҙәре - тап-таман, артыҡ та, кәм тә түгел. Сулпан йондоҙ күктә берәү, уны башҡа йондоҙҙар менән бутау мөмкин түгел . Сулпан Миңлебаеваның да шиғриәттә үҙ һүҙе, үҙ юлы, үҙ фекере бар.
Студенттар - киләсәктә башҡорт теле уҡытыусылары - үҙҙәренең профессиональ юлында Сулпан Миңлебаева ижады менән бергә атлаясаҡ, ҡабат-ҡабат өйрәнәсәк әле. Ысын ҡиммәттәр - халыҡ гәүһәрҙәренә бай ижад һәр саҡ халыҡ менән бергә - башҡаса булыуы мөмкинме ни?
» тип яҙып сыҡты  Башҡорт һәм төрки факультеты деканы , филология фәндәре кандидаты Рәйсә Илишева был осрашыу хаҡында. Ошонан ҙур баһаның булыуы мөмкинме икән? Рәйсә Хәким ҡыҙы -республиканың әҙәбиәт донъяһында киң танылған профессиональ тәнҡитсе лә бит әле. Сара буласаҡ уҡытыусыларҙың матур сығыштары менән үрелеп барҙы.Ә инде шағирә Сулпан Миңлебаеваның ватансылыҡ, илһөйәрлек тойғоларына, мөхәббәт лирикаһына арналған шиғырҙары күңелдәрҙә мәңге урын алды тиһәм дә, яңылышмамын. Үҙемә оҡшаған шиғырҙарынан

«…Ғүмер бары тик өс көндән торған һымаҡ:

Кисәгенән, бөгөнгөнән, иртәгәнән.

Был Ваҡыттың хакимлығы ифрат көслө,

Буйһоналыр уға донъя, барлыҡ  ғаләм.» ти шағирә ышаныслы итеп фәлсәфәүи бер шиғырында .

Ә инде  икенсе бер шиғырында:

«Өс әйбер бар был донъяла

Һөйөүҙе үлтереүсе.

Береһе – Ялған – Ышаныстың

Тамырын кимереүсе.

Икенсеһе – Хыянаттыр,

Йәнеңде ҡырҡҡа телгән.

Көндәреңдән төн яһаған,

Иң саф хисеңдән көлгән.

Өсөнсөһө – Тәкәбберлек –

Яһил йәндең сифаты.

Мөхәббәтте ергә күмә

Был сифат ҡасафаты.» - ти шағирә.  Шул рәүешле лирик геройҙың тетрәнеүҙәре күҙ алдына баҫа. Иң мөһиме шағирә Сулпан Миңлебаева  яҙыусы-остазыбыз Кәбир Аҡбашев күтәргән бейеклектән төшкәне юҡ.

Ҡалабыҙҙа 8-се тапҡыр үткәрелгән Етегән – башҡорт ғаиләһе  байрамына арналған саралар ҡалабыҙҙың Абдулҡадир Инан исемендәге китапханала ойошторолған  әҙәби кафела ҡалабыҙҙың иң күркәм ғаиләләләре Туйгильдиндар һәм Артиковтар ҡатнашлығында дауам итте. Ул Рәсәйҙә  «Уҡытыусы һәм остаз йылы», Башҡоростанда «Кесе Ватан  өсөн файҙалы эштәр эшләү» йылына арналды.  Әҙәби-музыкаль осрашыуға Өфө ҡалаһынан  мәртәбәле ҡунаҡтар – «Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире,  Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин һәм Шәйехзада Бабич исемендәге премиялар лауреаты, күренекле шағирә Лариса Абдуллина, шулай уҡ «Аҡбуҙат»  журналының бүлек мөхәррире,  шағирә Айгөл Йәмилева-Ғәбитова, «Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррире, Шәйехзада Бабич исемендәге премия лауреаты, күренекле шағирә Гөлназ Ҡотоева һәм Күмертау ҡалаһынан килгән йәш шағирә Гөлназ Искәндәрова мөхәббәт, тоғролоҡ, илһөйәрлек, ватансылыҡ темаларына арналған шиғырҙарын уҡып ишеттерҙеләр. Шағирә Лариса Абдуллинаның бала саҡ хәтирәләрен тыңлағанда күҙҙәргә йәштәр эркелһә, шағирә Гөлназ Ҡотоеваның «Башҡортостан ҡыҙы» журналында ай һайын «баш мөхәррир һүҙе» рубрикаһында баҫылған фәһемле яҙмаларының айырым китап булып нәшер ителеүе –  журнал һәм әҙәбиәт һөйөүселәр өсөн ҙур бүләк булды.  Ә шағирә Лариса  Абдуллинаның рухиәтебеҙ ҡиммәттәрен туған тел, халҡыбыҙҙың батырҙары, шәжәрә, тарих һәм дин менән бәйләп бер нисә өлөшкә бүлеп иҫбатлауы, хатта сараға килгән балалар араһында йылы аралашыу булдырыуы үҙе үк оҫталыҡ дәресе һымаҡ ҡабул ителде. Йәш шағирәләрҙең сығыштары йәштәрсә дәртле, сәмле ҡабул ителде.  Айгөл Ғәбитова икенсе китабы менән һөйөндөрһә, Гөлназ Искәндәрова ла нәшриәткә тапшырырға икенсе китабының осона сығып килә, был иһә беҙҙең артыбыҙҙан килеүсе талантлы йәштәребеҙ булыуы тураһында һөйләй.  Уҡытыусы һәм остаз" йылы сиктәрендә байрамға Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияның йыр уҡытыусыһы Ильмир Урал улы Туйгильдин һәм уның ғаиләһе һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһының күп профилле һөнәри колледжының башҡорт теле уҡытыусыһы Гөлфиә Илгиз ҡыҙы Ноғәмәнова һәм уның ғаиләһе саҡырылды. Улар үҙҙәренең ғаиләләре менән таныштырҙы һәм, әлбиттә, әңгәмәнең төп өлөшө уҡытыусы һөнәренә бағышланды. Уларҙың музыкаль күстәнәстәре һәр бер тамашасының күңеленә хуш килде. Сөнки Туйгилдиндар ғаиләһендә ата менән ул ҡурай оҫта итеп уйнаһалар, әсә менән ҡыҙ ҡумыҙ  сиртте.  Ә инде икенсе ғаилә ҡатнаш ғаиләләргә ҡарай.  Ун алты йыл бергә ғүмер иткән Гөлфиә  Ноғоманова менән Әлиджан Артиковтарҙың татыу ғаиләһендә өс бала үҫә. Әлиджанды ҡалабыҙҙа йырсы булараҡ белһәләр,  Гөлфиә Илгиз ҡыҙы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.. Байрамда Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжы студенттары һәм уҡытыусылары, 3-сө һанлы башҡорт лицей-интернаты уҡыусылары һәм уҡытыусылары, Стәрлетамаҡ ҡала мәҙәниәт һарайы методистары, Стәрлетамаҡ ҡалаһы башҡорттары Ҡоролтайы етәксеһе Ләйсән Йәркәй ҡыҙы Йосопова һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһы башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы етәксеһе Зөлфиә Абдулхай ҡыҙы Йәғәфәрова ҡатнашты. Стәрлетамаҡ филиалы студенткаһы Ләйсән Тимерғәлиеваның бейеүе байрамға йәм өҫтәне. Шағирә Айгөл Ғәбитова әйтмешләй,  мөхәббәт, тоғролоҡ, кешелеклелек – былар барыһы ла бала саҡтан атай һүҙе, әсәй кәңәше менән ҡанға һеңә торған ҡиммәттәр. Ошолай ғаиләләргә, ижад кешеләренә ҡанат ҡуйған, уҡытыусыларыбыҙҙың ҡәҙерен арттырған  саралар ҡалабыҙҙа ҡабатланып торһон.

Римма ҒӘЛИМОВА.

Эльдар ФӘТТӘХОВ һәм Миләүшә АРЫҪЛАНОВА фотолары.



 

 

 

ҺӨЙӨҮҘӘН ТУҠЫЛҒАН БӘХЕТЛЕ ҒАИЛӘЛӘР
ҺӨЙӨҮҘӘН ТУҠЫЛҒАН БӘХЕТЛЕ ҒАИЛӘЛӘР
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: