Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

ЙОҠОҺОҘ ТӨНДӘР, ЙОНСОТҠОС АЛЫҪ ЮЛДАР АРТТА ҠАЛҺА ЛА...

Стәрлетамаҡ элек-электән үҙенең зыялылары, көслө шәхестәре менән дан тотҡан. Күп уҡытыусылар, ғалимдар ҡаланың тарихында эҙ ҡалдырған, ҡалдыра. Фән өлкәһендә көс түккән ғалимәләребеҙҙең береһе – педагогия фәндәре докторы, профессор, Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы педагогика һәм психоогия факультеты уҡытуысыһы Вилә Искәндәр ҡыҙы БАЙМЫРҘИНА менән әңгәмәбеҙҙе Рәсәй Президенты тарафынан иғлан ителгән “Педагог һәм остаз йылы” уңайынан ҡорҙоҡ.

– Рәсәй Президенты тарафынан 2023 йылды “Педагог һәм остаз йылы” тип иғлан итеү  һеҙҙә ниндәй тойғолар уятты?

̶  Президентыбыҙ Владимир Владимирович Путин тарафынан 2023 йыл “Педагог һәм остаз” йылы тип иғлан ителеүе Рәсәйҙең бөйөк педагогы Константин Дмитриевич Ушинскийҙың тыуыуының 200 йыллылығына бәйле. Хәҙерге мәктәптең инфраструктураһы, уның заманға ярашлы материал нигеҙен тәьмин итеү, уҡытыу кимәле, кластан тыш тәрбиә нисек булырға тейеш, түңәрәктәр, спорт йүнәлеше  ̶  былар барыһы ла бик мөһим. Бөгөн уҡытыусыларҙың хеҙмәте генә түгел, уҡыусыларҙың, ата-әсәләрҙең әүҙем ҡатнашлығы кәрәк. Сөнки, билдәле булыуынса, уртаҡ маҡсат, уртаҡ эш кенә уңышлы һөҙөмтәгә килтерә. Балаларҙа уҡыуға бермә-бер ҡыҙыҡһыныу уяна, мәктәп үҙ ҡосағына яңынан-яңы уҡыусыларҙы йәлеп итә, уларҙың төрлө йүнәлештәге һәләттәрен артабан үҫтерә. Ошо мөһим мәсьәләр күтәрелһә, йыл, минеңсә, уңышлы килеп сығасаҡ.

– Быйылғы йылдың төп бурысын нисек билдәләп китерһегеҙ?

̶  Быйылғы йылдың төп бурысы  ̶  уҡытыусы хеҙмәтенә, остаздарға ихтирам күрһәтеү генә түгел, ә, ғөмүмән, уҡытыусы һөнәренә иғтибарҙы арттырыу, юғары уҡыу йорттарына йәштәрҙе йәлеп итеү. Быға тиклем совет мәктәптәрендә булған ғөрөф-ғәҙәтте һаҡлау, яңыларын булдырыу ҙа һыҙыҡ өҫтөнә алына. Бында төрлө йүнәлештәр ҡаралған: мәктәпкә, урта белем профессиональ, юғары уҡыу йорттарына юғары белемле йәш уҡытыусыларҙы йәлеп итеү, уларҙың һөнәри кимәлен күтәреү.

– Һеҙҙеңсә, быйыл үткәреләсәк саралар ҡыҙыҡлы булырмы?

̶  Йыл башынан уҡ бик күп саралар планға индерелгән. Ул ойоштороу комитеты етәкселегендә тормошҡа ашырыласаҡ. Эшләнәсәк эштәрҙең иң ҙурҙарынан, мәҫәлән, төрлө форумдар, фәнни-практик конференциялар, телешоу, “Класс темаһы” тигән проект һ.б. үтәсәк. Төп сара “Ҙур уҡытыусылар аҙналығы” һәм “Класс етәкселәре форумы” буласаҡ. К. Д. Ушинскийға бағышланған скульптура-архитектура композицияһы асыласаҡ. Уҡытыусылар көнөндә Кремль залында ҙур сара буласаҡ, уҡытыусыларға наградалар тапшырыласаҡ. Былар барыһы ла “Россия 1” телеканалында яҡтыртыласаҡ.

Тик, һәр ваҡыттағыса, юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары дәүләт иғтибарынан ситтә тороп ҡала. Беҙгә мәктәп уҡытыусыларына булған өҙлөкһөҙ 25 йыл эшләгән өсөн эш хаҡына өҫтәлмә лә ҡаралмаған.  Вуз уҡытыусыларына бер пар лекция һөйләү өсөн 15-20-ләп китап аҡтарырға, уны 90 минут өҙлөкһөҙ һөйләргә кәрәк. Өс пар лекция уҡып сыҡһаң, тауыш бөтә башлай. Хатта, исмаһам, бушлай һөт тә бирмәйҙәр. Унан ҡала дәрестәрҙән буш ваҡытта фәнни эштәр менән шөғөлләнергә тейешбеҙ. Монографиялар, уҡыу әсбаптары, мәҡәләләр яҙыу, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнашыу, курстар үткәреү  ̶  ҡыҫҡаһы,  эш муйындан. Шуға күрә мин, вуз уҡытыусыһы булараҡ, мотлаҡ үҙем өсөн әллә ни үҙгәрештәр көтмәйем. Шуныһы ҡыуандыра, ошо йылда булған уҡытыусылар-остаздарға ҡағылған дәүләт сәйәсәте беҙгә уҡытыусы һөнәрен яратҡан, балалар менән мөкиббән китеп эшләрҙәй абитуриенттарҙың һанын арттырыр тип өмөтләнәм.

2023 йыл Бөтә донъя башҡорттарының башҡарма комитеты тарафынан Фән һәм мәғрифәт йылы тип ҡабул ителде. Һеҙ фән өлкәһендә бик әүҙем эшләгән ғалимә. Фән кандидаттары әҙерләйһегеҙ, һөнәри конкурстарҙа ҡатнашаһығыҙ, еңәһегеҙ. Уңыштарығыҙ беҙҙе ҡыуандырып тора.  Гәзит  уҡыусыларыбыҙҙы шул уңыштарығыҙ менән таныштырып китегеҙ әле.

̶  Аллаға шөкөр, дәрт тә, дарман да, эшләргә теләк тә бар әле. Ысынлап та, һуңғы туғыҙ йыл эсендә мин Бөтә Рәсәй, халыҡ-ара һөнәри конкурстарҙа туғыҙ тапҡыр ҡатнаштым. Шуларҙың етеһендә I урын яуланым. Берһендә II урын, береһендә – III урын. Бигерәк тә һуңғы конкурс минең өсөн ҙур ҡыуаныс килтерҙе. Юғары уҡыу йорттары уҡытыусылырының һөнәри Uneversity Teache VIII Халыҡ-ара конкурсында 6  илдән 418 вуз ҡатнашты. 23 йүнәләштә төрлө категория уҡытыусылар көс һынашты. Мин фән докторҙары, профессорҙар категорияһында ярыштым. Минең методик ҡулланмам иң яҡшыһы тип табылды һәм I дәрәжәле лауреат дипломы менән бүләкләнде. Алдынғы үҫеш кимәлендә яҙылыуы шулай юғары баһаланды. Сөнки бындай методик ҡулланма әлегә Рәсәйҙә юҡ.

Уңыштарым шәхсән генә түгел. Уҡыусыларым да (аспиранттар) уңышлы фәнни тикшереүҙәр алып бара. Бөгөнгө көндә мин 22 педагогия фәне кандидаты әҙерләнем, шул иҫәптән Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, Ҡытайҙан. Барыһы ла матур итеп эшләп йөрөйҙәр. Беҙҙең уҡыусылар беҙҙең юлды дауам итһә, шул мөһим. Тимәк, юҡҡа булмаған төн йоҡламауҙар, янып-көйөүҙәр, йонсотҡос алыҫ юлдар.

Фән менән шөғөлләнеү ҡатмарлы, күп көс талап итә. Хатта йоҡлағанда ла мейе ял итмәй, баш эшләп ята. Форсаттан файҙаланып, педагогика һәм психология факультеты деканы педагогия фәндәре кандидаты, доцент Лилиә Бакир ҡыҙы Абдуллинаға, психологик-педагогика мәғарифы кафедраһы мөдире  педагогия фәндәре кандидаты, доцент Роза Мирхәт ҡыҙы Сәлимоваға, коллегаларыма рәхмәтемде гәзит биттәре аша еткерергә теләйем. Бөтә башланғысымды ла күтәреп алалар.

Һүҙемдең аҙағында барлыҡ вуз уҡытыусыларына, фән эшмәкәрҙәренә, гәзит уҡыусыларға иҫәнлек-һаулыҡ теләйем.

– Ә беҙ һеҙгә яңы асыш-ҡаҙаныштар теләйбеҙ.

Әңгәмәне Римма ҒӘЛИМОВА ҡорҙо

ЙОҠОҺОҘ ТӨНДӘР, ЙОНСОТҠОС АЛЫҪ ЮЛДАР АРТТА ҠАЛҺА ЛА...
ЙОҠОҺОҘ ТӨНДӘР, ЙОНСОТҠОС АЛЫҪ ЮЛДАР АРТТА ҠАЛҺА ЛА...
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: