Ашҡаҙар
+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

ҠОЯШ ҮТКӘН ЕРҘӘ НУР ҠАЛА

Мәшһүр яҙыусының 115 йыллығы билдәләнде Яҙыусының исеме китап уҡыусы булған саҡта йәшәр әле. Был йәһәттән Башҡортостанда китап һүҙе бар һәм көслө. Быуаттар элек әҫәрҙәр ҡомартҡы булып һаҡланыуы быға дәлил. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева ижады ла йәшәп килә, бынан ярты быуат элек яҙылған китаптары бөгөн дә көнүҙәк булып ҡала. Уны яратып уҡыйҙар, классик итеп хөрмәт итәләр. Яңыраҡ  Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалында  Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Зәйнәб Биишеваның тыуыуына 115 йыл тулыу айҡанлы Уҡытыусы һәм остаз йылына арналған Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференция үтеүе - быға асыҡ дәлил.  

 

Әҙәби һүҙ тирәһенә тупланған мәҙәниәт

Сарала ҡатнашыусыларҙы уҡыу йортоноң директоры Игорь Сыров,  ҡала мәғариф бүлеге начальнигы урынбаҫары Гөлнур Илмәтова ҡотлап, конференция эшенә уңыштар теләне. Ғалимдар, уҡытыусылар һәм студенттар  йыйылған форумда  Башҡортостан яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтовтың да ҡатнашыуы сараға мәртәбә өҫтәне. Сөнки филиалдың Башҡорт һәм  төрки  филологияһы  факультеты деканы, филология фәндәре кандидаты Рәйсә Илишева әйтмешләй, беҙҙең милли мәҙәниәтебеҙ – әҙәби һүҙ тирәһенә  тупланған  мәҙәниәт. Ә яҙыусы, китап һәм уның уҡыусыһы берҙәмлеген булдырыу юлындағы аҙым алға ынтылыуға этәргес көс булып тора.

Ғилми докладтар, йәнле аралашыу барыһына ла бик оҡшаны. Шулар араһында, бигерәк тә, ғәжәп кешелекле, үҙ эшенә мөкиббән уҡытыусы, өҫтәүенә шәп лектор, филология фәндәре докторы, пофессор Ғиниәт Сафиулла улы Ҡунафиндың “З.Һаҙи ижадының идея-тематик һәм сатирик тәбиғәте” тигән сығышы барыбыҙҙы ла уйландырҙы, тарихи дөрөҫлөккә  шик ҡалдырманы. Сөнки ул был яҙыусының башҡортлоғон, әҫәрҙәренең ерлегенә  таянып, төплө дәлилдәр килтереп раҫлай алды. Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай  З.Биишева тураһынлағы хәтирәләре менән уртаҡлашты. Баҡһаң, улар бер-береһенә яҡын ғына йорттарҙа йәшәп йыш ҡына аралашып торғандар икән. Зәйнәб апай мәңгелеккә күскәс, Ҡәҙим ағай был юғалтыуҙы ауыр кисереп, уға бағышлап түбәндәге шиғырҙы  яҙған:

ҺУҢҒЫ МОГИКАНДАР

                    «Үтеп барам»

                 Зәйнәб Биишева, 198!

Үтеп киттең, апай,  үтеп киттең

Фанилыҡтан баҡый донъяға.

Һин киткәндән тормош үҙгәрмәне,

Китһә китте кире табанға.

 

Бөйөктәр ҙә шулай китә икән,

Бер кем ҡалмай икән мәңгегә.

Һинән һуң да күптәр бәхил булды,

Китте һине үҙ итмәгән дә…

 

Дуҫтарың бар. Дошмандарың  бөткән –

Баррикадаларҙы бүлешкән.

Һеҙ инегеҙ Һуңғы могикандар!

Хәҡиҡәткә байраҡ элешкән!

 

Көйәләндегеҙ йыш беҙҙең өсөн

Үҙегеҙҙе тойоп яуаплы.

Ҡәләмегеҙ беҙгә әләм булды,

Ғәмәлегеҙ булды һауаплы.

 

Етемһерәп ҡалдыҡ ҡапыл ғына…

Үтеүегеҙ үтте үҙәккә.

 Сапҡан саҡта ваҡыт составтары,

 Күбегеҙҙең ғәзиз аҡ һындары

Перрондарға сығып көткәндәй…

 

Ул: “Яҙыусыға иркенерәк фатирҙа йәшәргә яҙманы”, – тигәнерәк үкенес белдерҙе һәм сарала ҡатнашыусыларға әлеге ваҡытта Зәйнәб апай йәшәгән фатирҙа улы әҙибәнең муҙейын булдырырға өлгөргәнлеген еткерҙе. Әлбиттә, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы яҡшыраҡ шарттарҙа йәшәргә хоҡуҡлы булғандыр. Ләкин Зәйнәб апай, әлеге халыҡ яҙыусыларынан айырмалы булараҡ, үҙ мәнфәғәттәрен ҡайғыртыуҙы түгел, ә халҡына хеҙмәт итеүҙе өҫтөн күргән, маҡсат итеп алған.

 

Биишева табынған идеалдар менән барыу отошло

Халыҡ яҙыусыһының ижадын арымай-талмай пропагандалаусы булараҡ танылыу яулаған Ләлә апай Биишева, шәхестең һеңлеһе, VII Биишева уҡыуҙарының әһәмиәтен билдәләп үтте:

– Йәштәргә белем һәм тәрбиә биреүҙә традицион ҡиммәттәрҙе һаҡлау, киләсәккә табан Зәйнәб Биишева табынған идеалдар менән барыу отошло, – тине ул Зәйнәб Биишеваның бар булмышын күҙ алдына баҫтырып.

Бөтә Рәсәй конференцияһында яҙыусы һәм драматург, З.Биишева исемендәге премия лауреаты Сәрүәр Сурина ла ҡатнашты. Ул З.Биишева шәжәрәһендә быуын һайын мәғрифәтселәр, уҡымышлы һәм зыялылар, уҡытыусылар булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Бейеш тархан, Абдулла хәлфә, Хәлимә Ҡорбанаева, Ғибаҙулла Биишев, Әкрәм һәм Фуат Биишевтарҙы атаны ул.

– Уҡытыусылар һәм остаздар, мәғрифәтселәр династияһында Зәйнәб Биишева исеме айырым урында тора, тип белдерҙе сығыш яһаусы һәм яҙыусы ижадының, Стәрлетамаҡта үткәрелгән Биишева уҡыуҙарының, бындағы музейҙың йәш быуынды тәрбиәләүҙәге әһәмиәтен билдәләне. Ә «Ашҡаҙар» радиоһы журналисы Әнисә Муллағолова ҡасандыр Зәйнәб Биишева тураһында “Ҡояш үткән ерҙә нур ҡала” тигән тапшырыу эшләүҙәре хаҡында бик тулҡынланып хәтирәләрен иҫкә төшөрҙө.

 

Әҙәбиәт һәм фән

Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтның  ғилми хеҙмәткәре Гөлназ Йәғәфәрованың сығышы хәҙерге шарттарҙа уҡытыу һәм тәрбиә, унда уҡытыусының роле мәсьәләләренә бағышланды. Стәрлетамаҡта традицияларҙың дауам ителеүенә ҡыуанысын белдерҙе. ??? институтының фольклористика бүлеге мөдире Гөлнур Хөсәйенова халыҡ яҙыусыһының фольклорҙы ҡәҙерләп, бөртөкләп йыйыуы, шуға бәйле институт фондында һаҡланған ҡиммәтле сығанаҡтар тураһында бәйән итте, әҙәбиәт һәм халыҡ ижады бәйләнештәренә ҡарата төплө фекерҙәре менән уртаҡлашты. Конференция үткән уҡыу йортоноң башҡорт һәм төрки филологияһы факультеты деканы Рәйсә Илишева үҙ сиратында:

– Быйыл конференцияны етенсе тапҡыр үткәрәбеҙ. Беҙҙең уҡыу йортобоҙҙоң халыҡ яҙыусыһы исемен йөрөткән сағында башланған изге традиция ул. Уны дауам итеүҙе, Зәйнәб Биишева ижады аша бөтә башҡорт әҙәбиәтен, мәҙәниәтен ҡәҙерләүҙе, халҡыбыҙ инанған әхлаҡи ҡиммәттәрҙе йәш быуынға еткереүҙе үҙебеҙҙең бурысыбыҙ тип һанайбыҙ. Уҡыу йортобоҙҙа эшләп торған З.Биишева музейында әҙәбиәт дәрестәре үтә. Фәнни-ғәмәли конференция сиктәрендә студенттарҙың һәм уҡыусыларҙың ғилми эштәре конкурсын уҙғарыу ҙа оло яҙыусыбыҙға хөрмәт билдәһе, уның ижадын популярлаштырыуға хеҙмәт итеүсе бер сара. З. Биишева ижадында уҡыу, рухи үҫеш, камиллашыуҙы төп йәшәү маҡсаты тип алған шәхес алға ҡуйыла, – тигән фекер еткерҙе.

Юғары уҡыу йорто, бигерәк тә уҡытыусылар әҙерләүсе уҡыу йорто студенттарҙы ошондай мөхиттә, гуманитар ҡиммәттәр яҡтылығында тәрбиәләргә тейеш.

Римма ҒӘЛИМОВА.

Фото уҡыу йортоноң сайтынан алынды.

 

 

ҠОЯШ ҮТКӘН ЕРҘӘ НУР ҠАЛА
ҠОЯШ ҮТКӘН ЕРҘӘ НУР ҠАЛА
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: