Ашҡаҙар
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

ЫШАНЫСЛЫ БЫУЫН!

Улар ғаилә ҡиммәттәре яҡлы Йәмғиәттең нигеҙе булған ғаилә кешелек ҡиммәттәрен, мәҙәниәтте, тарихты һаҡлап ҡалыуҙа ҙур роль уйнай, тотороҡлолоҡ һәм үҫеш күрһәткесе булып тора. Яңыраҡ Стәрлетамаҡ күп профилле һөнәри колледжының юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлфиә Ноғоманова етәкләгән “Ҡаурый ҡәләм” әҙәби түңәрәге ағзалары нәҡ ғаилә төшөнсәһенә арнап матур сара үткәрҙе.

 – Ғаилә йәмғиәттә төп урында булырға тейеш, уға ҡағылышлы проблемаларға ла иғтибарҙы йүнәлтеү мөһим, – тип башлап ебәрҙеләр сараны “Ҡаурый ҡәләм” әҙәби ижад түңәрәге старостаһы, “Мәктәпкәсә белем биреү” бүлегенең 3-сө курс студенты Рузалина Латипова менән “Хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлеге” бүлегенең  1-се курс студенты Айбулат Байғужин.

Башҡорт халҡының бөйөк ҡомартҡыһы, ата-бабаларыбыҙ быуындан-быуынға тапшырған бай хазина – ауыҙ-тел ижадының һоҡланғыс өлгөһө “Урал батыр”ҙа халҡыбыҙҙың тәрбиә ҡанундары тупланған. “Ҡаурый ҡәләм” түңәрәгенең иң әүҙем ағзаһы, халыҡ-ара, республика кимәлендәге олимпиада, конкурстарҙа призлы урындар яулаусы “Хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлеге” бүлеге студенты Ләйлә Тимерғәлиева ошо әҫәрҙән өҙөк уҡып ишеттерҙе. Ысынлап та, эпостың һәр һүҙенә, кинәйә менән яҙылған фекеренә иғтибар итеп уҡып сыҡһаҡ, халҡыбыҙ аҡылынан ҙур фәһем алабыҙ.

Сарала үҙҙәренең бәхетле ғаиләләре тураһында Ләйлә Тимерғәлиеванан тыш, Гөлнәзирә Сөйөшөва,  Гөлдәниә Миңнеғолова ла һөйләне. Әйткәндәй, тәүге ике ҡыҙҙан айырмалы булараҡ, Гөлдәниә кейәүгә сығып өлгөргән. Әммә ул ғаилә ҡороп та, уҡыуында ла,  йәмғиәт эшендә лә әүҙем булып ҡала: Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге стипендия лауреаты, Башҡортостан Республикаһы Башлығы стипендиаты, халыҡ-ара, республика кимәлендәге конкурстар еңеүсеһе, “Тулҡын” шиғырҙар бәйгеһе призеры ла икән әле. 

– Төрлө кимәлдәге конкурстарҙағы, уҡыуҙағы ҡаҙаныштарым өсөн мин ғаиләмә рәхмәтлемен. Бигерәк тә әсәйемә, – ти Гөлдәниә Миңнеғолова. Ул әсәһенә бағышлаған шиғырын да уҡып ишеттерҙе.

Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр, ти халыҡ мәҡәле. Ғаиләһендә яҡшы хистәр, тойғолар тәрбиәләнгән икән, бала киләсәктә шәхес, ысын патриот була.  Ә ватансылыҡ иһә Тыуған илгә, ергә, туған халҡыңа, телеңә, динеңә, тарих һәм мәҙәниәтеңә ҡарата һөйөү тигән һүҙ. Был тәрбиә нигеҙҙәрен әле махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ир-егеттәр раҫлай. Ошо айҡанлы Гөлфиә Илгиз ҡыҙы Ноғоманова 1-се курс студенты Айбулат Байғужин менән үҙенең ошо теманы асҡан поэма-монологын уҡып ишеттерҙе. Әйткәндәй, театрлаштырылған был сығышты ул урындағы  “Йөрәк һүҙе” бәйгеһенә лә тәҡдим иткәйне. Сығыш бик йылы ҡабул ителде.

Әлеге сарала мин дә бер нисә шиғырымды һөйләп, педколледждың тормошомда айырым бер урын алып тороуын, улымдың был уҡыу йортон “ҡыҙыл диплом”ға тамамлауын ғорурланып һөйләнем һәм студенттарға тормошта үҙ урындарын табырға һәм яҡты киләсәк теләнем.

Һүҙемде йомғаҡлап шуны әйткем килә: А.С.Макаренконың шундай фаразы бар: “Балалар – беҙҙең ҡартлығыбыҙ, насар тәрбиә – киләсәктәге ҡайғыбыҙ, күҙ йәштәребеҙ, башҡа кешеләр һәм бөтә ил алдында ғәйебебеҙ”. Йәмғиәттең нигеҙе булған ғаилә кешелек ҡиммәттәрен, мәҙәниәтте, тарихты һаҡлап ҡалыуҙа ҙур роль уйнай, тотороҡлоҡ һәм үҫеш күрһәткесе булып тора, тимәксемен. Был йәһәттән колледждың “Ҡаурый ҡәләм” түңәрәгендә шөғөлләнеүсе студенттарҙың әйткән һүҙҙәре хаҡ: “Беҙ – киләсәк! Беҙ – ышаныслы быуын! Шуға ғаиләбеҙ, колледжыбыҙ, уҡытыусыларыбыҙ биргән тәрбиәне аңдарыбыҙға һеңдерергә тейешбеҙ һәм киләсәктә илгә кәрәкле шәхестәр булып үҫергә бурыслыбыҙ”.

Римма ҒӘЛИМОВА.

Азамат НУҒАЙҒОЛОВ фотоһы.

ЫШАНЫСЛЫ БЫУЫН!
ЫШАНЫСЛЫ БЫУЫН!
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: