Ашҡаҙар
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

АУЫЛДАН СЫҠҠАН ЕГЕТ

  Үҙем ауылда тыуып үҫкәнгәмелер, мине һәр ваҡыт ауылдан сыҡҡан һәм түбәндән күтәрелгән кешеләр йәлеп итте. Уларға ихтирамым да ҙур, шул уҡ ваҡытта булдыҡлы шәхестәргә ҡарап, эске ғорурлыҡ тойғоһо ла кисерәһең бит инде... Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалында эшләүсе Илсур Мансуров – тап шундайҙарҙан.  

Бала сағынан әҙәби-мәҙәни мөхиттә

Илсур Сәлихйән улы Мансуров 1973 йылдың 27 июнендә Саҡмағош районы Яңы Ҡаръяуҙы ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуған. Ғаиләлә биш малай үҫә улар, Илсур – дүртенсе бала. Атаһы тракторсы, әсәһе быҙау ҡараусы, аҙаҡ һауынсы була. Әйткәндәй, әсәһе намыҫлы хеҙмәте өсөн Лениндың 100 йылллығы уңайынан сығарылған миҙал менән бүләкләнә. Башланғыс һәм урта белемде Илсур  тыуған ауылындағы мәктәптә ала.

- Әбйәлилдән килгән Зиләрә исемле башҡорт милләтенән булған апай хәреф танырға өйрәтте, 2-се, 3-сө кластарҙа бер үҙем уҡыһам, 4-се кластан 8-се класка тиклем өс ҡыҙ өҫтәлде, тип хәтерләй ул йылдарҙы Илсур  Сәлихйән улы. Шул ваҡыттарҙа уҡ мәҙәни сараларҙа актив ҡатнаша башлай: концерт-тамашаларҙы алып бара, бейеү коллективтары менән сығыш яһай, бер һүҙ менән әйткәндә, нәфис һүҙ оҫтаһы була. Баҡтиһәң, таланты бының менән генә сикләнмәй...

 

         Мәктәптә үк – “Йәш хәбәрсе”

– 90-сы  йылдарҙа Башҡортостан телевидениеһында Азамат Сәйетов тапшырыуҙарын, Мәскәүҙең “Взгляд” тапшырыуҙарын ҡарап, журналист булырға тигән ҡарарға килдем һәм райондың “Игенселәр” гәзитенә хат яҙырға йөрьәт иттем. Гәзиттең баш мөхәррире Хәйҙәр Басиров тәҡдиме менән редакция ҡарамағындағы йәш хәбәрселәр мәктәбендә уҡып, “Йәш хәбәрсе” тигән таныҡлыҡ алдым. Уҡығанда уҡ мәҡәләләрем һәм һүрәтләмәләрем ошо район гәзитендә баҫыла килде, – тип хәтер ебен тағата әңгәмәсем.

 

Маҡсатына илткән юл

 Урта мәктәпте тамамлағандан һуң, БДУ-ға уҡырға инеп ҡарай, тик конкурстан үтмәй. Уҡығанда уҡ әҙәбиәт-мәҙәниәт өлкәһендә танылған  егетте Иҫке Сөрмәт мәктәбенә татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы итеп тәғәйенләйҙәр (1990-1991йй.). Юғары белем алырға булған теләге уны 1991 йылда Башҡорт дәүләт университеты (хәҙерге Өфө фән һәм технологиялар университеты) филология факультетының татар-урыҫ бүлегенә алып килә. Унда уҡыу дәүерендә төркөм старостаһы вазифаһын башҡара, бүлек ҡаршыһында эшләп килеүсе “Аҡсарлаҡтар” әҙәби ижад түңәрәгендә актив ҡатнаша. Бер үк ваҡытта  уҡытыусы-остаздары Камил Дәүләтшин һәм Алмас Шәйхулов тәҡдиме менән сит илдәге татар әҙиптәренең ижадтары менән ҡыҙыҡһына башлай һәм ул етди шөғөлләнеү-эҙләнеүҙәргә әүерелә.

Айырым шағирҙарҙың әҫәрҙәрен латин графикаһынан ғәмәлдәге татар алфавитына күсерә, уларҙы фәнни нигеҙҙә тикшерә, һөҙөмтәләрен  студенттарҙың фәнни конференцияларында бәйән итә. Диплом эшен, әлбиттә, ошо йүнәлештә яҙып, уңышлы яҡлай. Әйткәндәй, исемдәре республика халҡына билдәле Фәнүр Йәғәфәров, Илдус Фазлетдинов, Гөлназ Ҡотоева, Гөлнур Ҡолһарина, Илшат Янбаев, Флүр Сибәғәтов һәм башҡа шундай күркәм шәхестәр менән бергә уҡырға тура килә уға. СССР тарҡалып, милли күтәрелеш заманында азатлыҡты яҡлап Салауат Юлаев һәйкәле янында торорға ла форсат тейә ул саҡтағы йәштәргә. Студент сағында  радиола – журналист һәм “Нур” театрында – әҙәби белгес булараҡ тәжрибә туплай.

 

 Милли мәктәптәргә  юл асып...

1996 йылда уҡыуын тамамлағас, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының (хәҙерге Өфө фән һәм технологиялар университеты филиалы)  урыҫ телен милли мәктәптәрҙә уҡытыу кафедраһында, һуңыраҡ татар һәм сыуаш филологияһы кафедраһында ассистент булып эшләй башлай. Фәнни квалификацияһын күтәреү маҡсатында, 2000-2003 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтының (хәҙерге Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты) әҙәбиәт кафедраһы ҡаршыһындағы аспирантураның көндөҙгө бүлегендә уҡый. Профессор Р.Ҡ.Әмировтың фәнни  етәкселегендә “Сит илдәге  татар әҙәбиәте һәм Ғаяз Исхаҡиҙың эмиграция осорондағы ижады” тигән темаға диссертация яҙа. Илсур Мансуров юғары уҡыу йортонда эшләүсе уҡытыусыларға тейешле барлыҡ баҫҡыстарҙы үтә: ассистенттан һуң өлкән укытыусы (2005–2010), доцент (2010) дәрәжәләренә ирешә һәм 2012 йылдың декабрь айында кафедра мөдире вазифаһына күсерелә.

Ул әҙәбиәт теорияһы, татар әҙәбиәте тарихынан дәрестәр алып бара, татар эмиграцияһы һәм Башҡортстандағы татар әҙәбиәте тураһында махсус курстар уҡыта, студенттарҙың фәнни эштәренә етәкселек итә. 2010-2012 йылдарҙа филология факультеты деканының ситтән тороп уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары булды. Ә 2012 йылдан – кафедра мөдире.

 

Йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша

Илсур Сәлихйән улы Башкортстан татарҙары конгресының Стәрлетамаҡ ҡалаһы бүлексәһе башҡарма комитеты рәйесе лә, был конгрестың II съездында, Бөтә донъя татар йәштәре форумында делегат булараҡ ҡатнаша, әлеге форумдың Бюроһына (2004), “Азатлык” татар йәштәре берлегенең Стәрлетамаҡ бүлегенә ағза булып һайлана. Бында әҙәбиәт-мәҙәниәт өлкәһендәгеләр менән осрашыуҙар, райондарға сығып мәктәп уҡыусылары менән үткәргән конкурстар –  төрлө сараларҙы һанап китһәң, гәзиттә урын етмәҫ.

Илсур Мансуровтың уҡытыу һәм фәнни эшмәкәрлегендә ирешкән уңыштары ике республика етәкселеге тарафынан юғары баһаланды. Ул Башҡорстан Республикаһы Мәғариф министрлығының байтаҡ рәхмәт хаттары, Маҡтау Грамотаһы (2012), “Башҡортстан Республикаһы Мәғариф алдынғыһы” (2014) күкрәк билдәһе, Татарстан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының Рәхмәт хаты (2021) һәм “Мәғариф өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн” (2022) күкрәк билдәһе, Татарстан Республикаһының Мәскәүҙәге вәкиллегенең “Ғабдулла Туҡайҙың тыуыуына 135 йыл тулыуға” (2022) күкрәк билдәһе, Бөтә донья татар конгресының “Татар халҡы алдындағы олуғ хеҙмәте өсөн” (2021) миҙалы менән бүләкләнде.

 

Өлгөлө ғаилә башлығы

Илсур Сәлимйән улы Миәкә ҡыҙы Гөлшат менән Өфәлә юғары уҡыу йортонда бер курста уҡыйҙар. Өсөнсө курста уҡығанда уҡ өйләнешәләр.  Гөлшат Нурулла ҡыҙы ҡалабыҙҙың 31-се мәктәбендә уҡыта. Республиканың татар теле уҡытыусыларына  йыш ҡына оҫталыҡ дәрестәре күрһәтә. Татарстанда ла  фәнни конференцияларҙа эш тәжрибәһе менән йыш уртаҡлаша. Ул – Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы. Улдары Ҡазанда юғары белем  алған, ҡыҙҙары  күп профилле һөнәри колледжда  графика дизайнеры йүнәлешендә  уҡып йөри.

 

Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр

– Мәктәп уҡытыусыларын, шул иҫәптән туған тел уҡытыусыларын   баһалау,  уларҙың хеҙмәтенә баһа биреү  дәүләт тарафынан тейешле үтәлмәй.

Йырсылар, шәхси эшҡыуар булып 7-8 йыл йырлап йөрөгәндән һуң “атҡаҙанған артист” булып китәләр. Ә 15-20 йыл мәктәптә “бил бөккән” уҡытыусыларҙың һирәгенә генә “мәғариф алдынғыһы” тигән исем бирелә. Уҡытыусыларҙың күбеһенең хеҙмәте Мәғариф министрлығының Маҡтау ҡағыҙы менән дә баһаланмай. 2023 йылға тиклем 25 йыл өҙлөкһөҙ эшләгәндәргә өҫтәмә аҡса түләнә ине, быйылдан башлап был баһаға лайыҡтарға  аҡсаһын биш йылдан һуң ғына  түләйәсәктәр.  Быйылғы “Уҡытыусы һәм остаз” йылында закондар уҡытыусылар файҙаһына булырға тейеш тә бит...

Әлбиттә, мине иң ҡыҙыҡһындырғаны “Факультеттың, уҡыу йортоноң һәм ҡалабыҙҙың киләсәге булырмы?” тигән һорау булды.

– Беҙҙә уҡыған студенттарға хеҙмәт баҙарында һәр саҡ ихтыяж бар. Студенттарҙың күбеһе алдан уҡ эш таба. Беҙҙең бүлекте тамамлаған  Илгиз Халиҡов – Татарстан Мәғариф һәм фән министрлығында милли мәғариф идаралығы етәксеһе. Шулай уҡ, Стәрлетамаҡта татар телен белгән уҡытыусылар  өсөн әле лә мәктәптәрҙә урын етерлек, студенттар араһында мәктәп директоры урынбаҫарҙары ла бар. Быйыл Дәүләт имтиханы комиссияһы рәйесе,  “Ҡыҙыл Таң” гәзитенең баш мөхәррире Фаил Камил улы Фәтхетдинов беҙҙең студенттарға матбуғатта ла урын бар, тине.  Шулай уҡ беҙҙә параллель рәүештә икенсе белгеслектәрҙе лә үҙләштерер өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған. Факультет та, әҙәбиәт-мәҙәниәт тә йәшәйәсәк, телебеҙ, илебеҙ булғанда рухи мираҫыбыҙҙың быуындан-быуынға күсеренә иманым камил...

Һәр кемгә үҙенең тыуып үҫкән ауылы, ҡалаһы яҡын һәм ҡәҙерле. Беҙҙең күңел түрендә һәр ваҡыт Стәрлетамаҡ. Ул һәммәбеҙҙең матур хәтирәләр ҡалаһы. Ниндәй генә үҙгәрештәр кисерһә лә, ҡалабыҙға ҡағылышлы һәр яңылыҡ һәм үҙгәреш тик яҡшылыҡ алып  килһен, - тип йомғаҡланы һүҙен уҡытыусы.

Был һүҙҙәр мәҡәләгә үҙе йомғаҡлау булып яңғырай, әлбиттә.

Римма ҒӘЛИМОВА.

АУЫЛДАН СЫҠҠАН ЕГЕТ
АУЫЛДАН СЫҠҠАН ЕГЕТ
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: