Быйыл Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан, күңелдәрҙе айырыуса тулҡынландырғыс тойғолар биләй. Сөнки илебеҙҙә һуғыш еле ҡағылмаған бер ғаилә лә юҡтыр ул… Ҡалабыҙҙағы иҫән булған ветерандарҙы бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Шуларҙың береһе минең яҡташым, сығышы менән Ишембай районы Ибрай ауылынан – Шәрифулла Сәйфулла улы Фәйзуллин.
Ул һуғышҡа 1944 йылда, 17 йәшендә алына. Тәүҙә Өфөләге саҡырылыу пунктынан Черниковкала, һуңынан Алкинола бер ай әҙерлек үтә. Уға Латвияла, Пруссияла булырға тура килә. Өсөнсө Белоруссия фронтында ҡатнаша. Пулеметсы була. Яралана. Балтик диңгеҙендәге кораблдә урынлашҡан госпиталдә дауалана. Башына операция яһарға немец хирургы ризалығын бирмәй...
– Латвияла саҡта ябай һалдаттарға кәбеҫтә, ҡуҙғалаҡ ашы, ә офицерҙарға – торма ашы бешерәләр ине, көнөнә 550-600 грамм икмәк киҫәге генә. Ни бары 1947 йылда ғына көнөнә 750-800 грамм икмәк, картуф ашай башлағас ҡына тамаҡ туйып ҡалды, – тип иҫкә ала ветеран.
Әйткәндәй, Шәрифулла Сәйфулла улы Еңеүҙе маршал Рокоссовский менән бергә ҡаршылаһа ла, тыуған яҡтарына 1947 йылда ғына әйләнеп ҡайтырға яҙа уға. Башта хәрби әҫирҙәрҙе һаҡлай. Аҙаҡ илде тергеҙеүгә лә өлөш индерә һалдат. Тормош иптәше Гөлфинә Мәрхәметдин ҡыҙы менән биш балаға ғүмер биреп, лайыҡлы тәрбиәләп үҫтерәләр. Әле ул кесе ҡыҙы Гүзәл менән йәшәй. Ветерандың зиһене теүәл, үҙ аҡылында. Һуғышҡа алынған саҡтарын көнө менән хәтерләй ул.
Әйткәндәй, “Ҡайһы власть ваҡытында яҡшы йәшәнегеҙ?” тигән һорауыма ул һис тә икеләнмәй: “Путин ваҡытында”, тип яуап бирҙе. Һәм Шәрифулла Сәйфулла улы Президент алып барған сәйәсәтте лә ысын мәғәнәһендә хуплай һәм тиҙҙән Еңеү килеренә ышана.
Арабыҙҙа бармаҡ менән генә һанарлыҡ иҫән ҡалған ветерандарҙың ҡәҙерен беләйек! Яу яланында ятып ҡалған, исемдәре билдәле һәм билдәһеҙ һалдаттарҙың батырлыҡтары тураһында хәтирәләрҙе аманат итеп быуындан-быуынға тапшырыу – беҙҙең изге бурысыбыҙ. Еңеү яҙын бүләк иткән олатайҙарҙы ғорурлыҡ менән иҫкә алайыҡ!
#Победа80 #Еңеүяҙы80
Римма ҒӘЛИМОВА.
Фото: ғаилә архивынан.