Концерт “Ашҡаҙар нағыштары” һәм “Йөрәктау” фольклор ансамблдәренең “Изге ер” фольклор композицияһы менән асылып китте. «Ашҡаҙар нағыштары»ның «Беҙ – һуғыш балалары» фольклор композицияһын ҡарағанда һәр кем һуғыш афәте үткән үҙ яҡындарын иҫкә төшөргәндер. Шулай уҡ улар башҡарыуындағы «Тормош» фольклор композицияһы, башҡорт таҡмаҡтары, солистар башҡаған баян, гармун моңдары күңелдәрҙе елкендерҙе лә, уйға ла һалды.
«Сәләм» балалар вокаль ансамбленең сығышы етәкселәре Динара Йосопова яҙған «Сәләм» йыры менән башланды. Балаларҙың «Солдат шагает по земле» һәм «Дети земли» йырҙары беркемде лә битараф ҡалдырманы. Динара үҙе лә «Башҡортостан ҡыҙы» йыры менән күңелдәрҙе арбаны. Арман балалар фольклор ансамбленең «Күбәләктәр», «Йылға буйында», «Түңәрәк күл» бейеүҙәре милли колоритлығы менән алдырҙы. Студент егеттәр Илнур Ишмөхәмәтов башҡарыуында «Кейек ҡаҙ юлдары» һәм Рәфис Ибәтуллиндың «Мәңгелек ут» йырҙары күңел ҡылдарын ҡуҙғатты. Шулай уҡ Регина Гәрәева башҡарған «Тол ҡатындар» йыры һәм Шәмсия Вәхитова башҡарған «Еңеп ҡайтығыҙ» йырын тыңлағанда үҙәктәр һағыштан өҙөлә яҙҙы. Бихисап конкурстар лауреаты Фуат Юныҫбаевтың ҡурай моңдары һәм йыры халҡыбыҙҙың үткән данлы һәм шанлы йылдарҙы күҙ алдына баҫтырҙы. «Йөрәктау»ҙарҙың йөрәктән сыҡҡан сығыштары кәйефтәрҙе күтәрҙе. Концерт «Ашҡаҙар нағыштары» һәм «Йөрәктау» фольклор ансамблдәренең «Илем бар» фольклор композицияһы менән тамамланды. Тамашасыларға ҡалабыҙҙың 4 башҡорт рухындағы коллективтың сығыштарын ҡат-ҡат алҡыштарға күмергә тура килде.
Римма ҒӘЛИМОВА.