Ашҡаҙар
-22 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
7 Июль 2025, 15:45

ҺАУМЫ, ГЕНЕРАЛ!

Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын байрам итер алдынан ғына Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрында ҡаланы шаулатып үткән мөһим ваҡиға булды. Ике көн рәттән, 6-сы, 7-се майҙа аншлаг менән шаулап-гөрләп “Генерал Күсимов” спектакленең премьераһы уҙҙы. Икенсе исеме – “Ҡанатлы генерал”.

ҺАУМЫ, ГЕНЕРАЛ!
ҺАУМЫ, ГЕНЕРАЛ!

Беҙҙең Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһы 2011 йылда йәмәғәтселек башланғысында ғына ҡалдырылыуға ҡарамаҫтан, яҙыусыларыбыҙ әүҙем ижад итеүен дауам итә. Юғарыла әйтелгән хәрби драманың авторы –Стәрлетамаҡтың танылған яҙыусыһы, драматург Хәмит Ирғәлин. Әйткәндәй, быйыл яҙыусы үҙенең күркәм юбилейын да емешле ҡаршылай. Премьераға пьесаның төп геройы, легендар генерал Таһир Тайып улы Күсимовтың тыуған районы Әбйәлилдән дә килеүселәр күп ине.

Бөйөк Еңеүгә 80 йыл үтеүгә ҡарамаҫтан, Т.Күсимов тураһында Рамазан Өмөтбаевтың “Генерал Күсимов” тигән (1990 йыл) документаль-биографик повесынан башҡа, урыҡ-һурыҡ белешмә әҙәбиәтте иҫәпкә алмағанда бер ниндәй ҙә төплө әҫәр яҙылмаған. Иҫ-аҡылың китерлек! Драматургия һәм театр дөнъяһын әйтеп торорға ла түгел. Ә бит Өфөлә, Еңеү паркында башҡорттоң ике данлы генералына М.Шайморатов менән Т.Күсимовҡа юҡҡа ғына йәнәш һәйкәл ҡуйылмағандыр.

Спектаклде сәхнәгә ҡуйыусы – талантлы һәм энергиялы йәш режиссёр Денис Нурғәлин. Ирғәлин менән Нурғәлин  ниһәйәт легендар герой образын беренсе тапҡыр сәхнәгә тамашасы хөкөмөнә сығарҙылар. Ә халыҡ үҙ геройын һағынған.

Тамаша барышы бер-нисә тапҡыр көслө ҡул сабыуҙарға күмелде. Спектакль тамамланғас та тамашасы оҙайлы алҡыштар менән артистарҙы тиҙ генә ебәрмәй торҙо.

Спектаклдең ҡуйыусы рәссамы – Рөстәм Баймөхәмәтов. Хореографы – БР-ҙың атҡаҙанған артисы Фәнил Әсәҙуллин. Композиторы  һәммәбеҙгә билдәле, БР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Урал Иҙелбаев. Төп ролде, Т.Күсимов ролен – БР-ҙың халыҡ, РФ-ның атҡаҙанған артисы Риф Сәйфуллин башҡара.

Өҫтәп тағы ла шуны әйтергә кәрәктер: пьесала, йәғни тамашала автор һуғышҡа тиклем дә, һуғыштан һуң да Башҡорт АССР-ы мәғариф комиссары булып эшләгән, һуғышта Т.Күсимов полкында комиссар, бөгөнгө көндә ғәфү ителгеһеҙ дәрәжәлә онотолған, йәки онотторолған, Көйөрғәҙе районының Яманһары ауылы егете подполковник Сәғит Әлибаевтың да образын бирергә онотмаған. Ул – Башҡорт атлылары дивизияһы ойошторола башлаған мәлдән башлап 1943 йылдың йәйенә тиклем, дивизия Чернигов исеме менән үҙгәртелгәнсе, дивизияның хәрби юлы һәм эшмәкәрлеге тураһында көндәлек алып барған берҙән-бер затлы шәхес. Дивизия тормошо тураһында иң ғәҙел, иң дөрөҫ яҙмалар Әлибаев көндәлектәрендә. Уның көндәлектәрен республика китап нәшриәте 80-се йылдарҙа бер нәшер итте лә, башҡаса, яңылышмаһаҡ, донъя күргәне юҡ…

Римма ҒӘЛИМОВА,  Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһы етәксеһе, БРҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

Һүрәттә: спектаклдән күренештәр.

ҺАУМЫ, ГЕНЕРАЛ!
ҺАУМЫ, ГЕНЕРАЛ!
ҺАУМЫ, ГЕНЕРАЛ!
Автор: Римма Галимова
Читайте нас