Ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғалары тураһында уникаль күргәҙмәне бушлай ҡарай аласаҡ. Бының өсөн поездпобеда.рф проекты сайтында мотлаҡ теркәлеү үтергә кәрәк. Теркәлеү поезд килгәнгә тиклем бер тәүлек алдан асыла һәм, ҡағиҙә булараҡ, юғары ихтыяжға бәйле бик тиҙ тамамлана. Теркәлгән билет күрһәтелгән электрон почтаға килә. Килеүселәр өсөн тәҡдим ителгән йәш 12+. 12 йәшкә тиклемге балалар бер билет менән генә өлкәндәр оҙатыуында үтә ала.
Төркөмдәр поезға биш минутлыҡ интервал менән инә, алдан үҙенең электрон билетын «Еңеү ирекмәндәренә»күрһәтә. Шуға күрә һуңламау һәм вокзалға алданыраҡ килеүҙе планлаштырыу бик мөһим. «Еңеү поездары» экспозицияһына ҡыҙыҡһыныу һәм төркөмдәр өсөн аудиогидтарҙың сикләнгән һанын иҫәпкә алып, килеүселәр шулай уҡ iPhone һәм Android өсөн мобиль ҡушымта аша экскуссияны тыңлай ала. Поезға шулай уҡ онлайн режимда, проект сайтында 3D-тур менән танышып барырға мөмкин.
«Еңеү поездары»ның эш графигы: 25 июлдә 11:00 сәғәттән 19.00 сәғәткә тиклем, һуңғы төркөм 18:20 сәғәттә; 26 июлдә 10:00 сәғәттән 19.00 сәғәткә тиклем, һуңғы төркөм 18: 20 сәғәттә. Еңеү поезы хәрәкәт итеүсе поезда урынлаштырылған донъялағы беренсе максималь эффектлы интерактив күргәҙмә. 10 тематик вагон Бөйөк Ватан һуғышының Айырым ваҡиғаларына йәки этаптарына арналған.
2023 йылда музей хәрби трибуналдар тураһында яңы вагон менән тулыландырыла. Нюрнберг, Токио һәм Хабаровск процестары арҡаһында Бөтә донъя нацистик Германия һәм милитарист Японияның яуызлыҡтары тураһында белә. 2024 йылда президент мәҙәни башланғыстар фонды ярҙамында уникаль экспозицияның интерактив версияһы эшләй башлай. Уның өсөн махсус рәүештә 79 панорама, 158 интерактив элемент эшләнә, 159 экспонат фотоһы цифрлаштырыла. Панорамаларға ижадсылар экрандарҙан һәм проекторҙарҙан видеоларҙы берләштерә.
Римма ҒӘЛИМОВА әҙерләне.