Ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғалары тураһында уникаль күргәҙмәне бушлай ҡарай аласаҡ. Бының өсөн поездпобеда.рф проекты сайтында мотлаҡ теркәлеү үтергә кәрәк. Теркәлеү поезд килгәнгә тиклем бер тәүлек алдан асыла һәм, ҡағиҙә булараҡ, юғары ихтыяжға бәйле бик тиҙ тамамлана. Теркәлгән билет күрһәтелгән электрон почтаға килә. Килеүселәр өсөн тәҡдим ителгән йәш 12+. 12 йәшкә тиклемге балалар бер билет менән генә өлкәндәр оҙатыуында үтә ала.
Төркөмдәр поезға биш минутлыҡ интервал менән инә, алдан үҙенең электрон билетын «Еңеү ирекмәндәренә»күрһәтә. Шуға күрә һуңламау һәм вокзалға алданыраҡ килеүҙе планлаштырыу бик мөһим. «Еңеү поездары» экспозицияһына ҡыҙыҡһыныу һәм төркөмдәр өсөн аудиогидтарҙың сикләнгән һанын иҫәпкә алып, килеүселәр шулай уҡ iPhone һәм Android өсөн мобиль ҡушымта аша экскуссияны тыңлай ала. Поезға шулай уҡ онлайн режимда, проект сайтында 3D-тур менән танышып барырға мөмкин.
«Еңеү поездары»ның эш графигы:
25 июлдә 11:00 сәғәттән 19.00 сәғәткә тиклем, һуңғы төркөм 18:20 сәғәттә; 26 июлдә 10:00 сәғәттән 19.00 сәғәткә тиклем, һуңғы төркөм 18:20 сәғәттә.Еңеү поезы хәрәкәт итеүсе поезда урынлаштырылған донъялағы беренсе максималь эффектлы интерактив күргәҙмә. 10 тематик вагон Бөйөк Ватан һуғышының айырым ваҡиғаларына йәки этаптарына арналған. Поезд Рәсәй буйлап оҙайлы сәйәхәткә 2020 йылдың октябрендә Мәскәүҙән юллана. Илебеҙҙә йөҙҙәрсә мең кеше 4000-дән ашыу оригиналь реквизиттан һәм 150-нән ашыу фигуранан торған күсмә музейҙа булды. “ Беҙҙең "Еңеү поезы" йөҙләгән ҡалала булды. Беҙ Ҡара диңгеҙҙә һәм Тымыҡ океанда эшләнек, Транссебер магистрален киҫеп сыҡтыҡ. Беҙҙең бурыс - күргәҙмәне Бөтә Рәсәй халҡына күрһәтеү. Ҙур музейҙарға һәр кем йөрөй алмағанлыҡтан, беҙ үҙебеҙ илебеҙҙең бөтә ҡалаларына инергә тырышабыҙ», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алғайны тәүге тапҡыр килгәндә Сергей Лукша. «Еңеү поезы " 1 10 тематик вагон Бөйөк Ватан һуғышының айырым ваҡиғаларына йәки этаптарына арналған. 2023 йылда музей хәрби трибуналдар тураһында яңы вагон менән тулыландырыла. Нюрнберг, Токио һәм Хабаровск процестары арҡаһында Бөтә донъя нацистик Германия һәм милитарист Японияның яуызлыҡтары тураһында белә. 2024 йылда президент мәҙәни башланғыстар фонды ярҙамында уникаль экспозицияның интерактив версияһы эшләй башлай. Уның өсөн махсус рәүештә 79 панорама, 158 интерактив элемент эшләнә, 159 экспонат фотоһы цифрлаштырыла. Панорамаларға ижадсылар экрандарҙан һәм проекторҙарҙан видеоларҙы берләштерә.
«Еңеү поезы» - «Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғалары тураһында уникаль күсмә күрҙәҙмә-музей. Күсмә күргәҙмәгә килеүселәр араһында – уҡытыусылар, студенттар, уҡыусылар, ветерандар, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың туғандары һәм яҡындары бар ине.
Һүҙ сараға килеүселәргә:
Татьяна Николаевна Лысикова, 1-се мәктәп-интернаттың башланғыс кластар уҡытыусыһы:
- Мин был күргәҙмәлә икенсе тапҡыр. Ойоштороусыларға Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы ваҡиғаларға сумдырылыу, еңеүҙең ниндәй хаҡ һәм ниндәй хеҙмәт менән яуланыуын күреү мөмкинлеге өсөн рәхмәт.
Гөләмзә Вәғиз ҡыҙы Хәсәнова, медколледждың математика һәм информатика уҡытыусыһы:
- «Еңеү поезы» ярҙамында халыҡ ветерандарыбыҙҙың Ватанды нисек яҡлауын күҙ алдына баҫтыра аласаҡ. Үкенескә күрә, был ваҡиғаларҙың шаһиттары йылдан-йыл кәмей бара, шуға күрә йәш быуын өсөн тарихты һаҡлау бик мөһим. Әлеге ваҡытта беҙҙең улдарыбыҙ, ир-аттарыбыҙ илебеҙҙе неонацизмдан яҡлағанда айырыуса мөһим. Олатайым Минияр Ғөбәй улы Талачев һуғыштан яраланып ҡайтҡайны. Был күргәҙмәгә килеп уның һөйләгәндәренең дөрөҫлөгөнә тағы бер тапҡыр инандым.
Лилиана (исем-шәрифтәрен әйтергә баш тартты), поликлиникала шәфҡәт туташы, күргәҙмәгә балалары менән килгән:
- Күргәҙмәлә олатайым һәм беҙҙе ошо яҡты көндәргә килтереп еткергән ветерандарыбыҙ өсөн ғорурлыҡ тойғолары кисерҙем. Икенсенән, үҙем медик булғанға күрә, фашистарҙың беҙҙең әсирҙәр менән вәхшиҙәрсә тәжрибә үткәргәндәрен күҙ алдына баҫтырып, был ваҡиғаларҙы һәм ата-бабаларыбыҙҙың Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән ҡаһарманлыҡтарын йәш быуын белеп үҫергә тейеш тигән фекергә килдем.
Римма ҒӘЛИМОВА.
Автор фотолары.