“Еңеү поезы” – хәрәкәт итеүсе поезда урынлаштырылған интерактив күргәҙмә. 10 тематик вагон Бөйөк Ватан һуғышының айырым ваҡиғаларына йәки этаптарына арналған. Поезд Рәсәй буйлап оҙайлы сәйәхәткә 2020 йылдың октябрендә Мәскәүҙән юллана. Илебеҙҙә йөҙҙәрсә мең кеше 4000-дән ашыу оригиналь реквизиттан һәм 150-нән ашыу фигуранан торған күсмә музейҙа булды.
2023 йылда музей хәрби трибуналдар тураһында яңы вагон менән тулыландырыла. Был ил етәксеһе Владимир Путин ярҙамы менән тормошҡа ашырыла. 2024 йылда РФ Президент мәҙәни башланғыстар фонды ярҙамында уникаль экспозицияның интерактив версияһы эшләй башлай. Уның өсөн махсус рәүештә 79 панорама, 158 интерактив элемент эшләнә, 159 экспонат фотоһы һанлаштырыла.
Стәрлетамаҡта Күсмә күргәҙмәгә килеүселәр араһында – уҡытыусылар, студенттар, уҡыусылар, ветерандар, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың туғандары һәм яҡындары бар ине. Ҡолаҡсындар ярҙамында һуғыш афәтен үҙ күҙҙәре менән күргән Людмиланы тыңлағанда күптәрҙең күҙҙәренә йәш тығылды. Күргәҙмә эскпонатындағы һәр манекен һалдаттың йөҙөндә Бөйөк Ватан һуғышында хәбәрһеҙ юғалған олатайым Ғәлимов Минизәки Закир улын күргәндәй булдым. Күптәр мин кисергән тойғоларҙы кисергәндәрҙер тип уйлайым. Әле лә махсус хәрби операцияла күптәр үҙҙәренең яҡындарын, ғәзиз баларын юғалтты. Ошо шарттарҙа беҙҙең ваҡ михнәттәр ситтә ҡалды. Беҙҙе бары тик бер хыял рухлы һәм көслө итә: тиҙерәк һуғыш бөтһөн һәм илебеҙгә лә, еребеҙгә лә тыныслыҡ килһен! Ҡабатланмаһын һуғыш!
Һүҙ сараға килеүселәргә:
Татьяна ЛЫСИКОВА, 1-се мәктәп-интернаттың башланғыс кластар уҡытыусыһы:
– Мин был күргәҙмәне икенсе тапҡыр күрәм. Ойоштороусыларға Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы ваҡиғаларға сорналдырғаны, еңеүҙең ниндәй хаҡ һәм ниндәй хеҙмәт менән яуланыуын күреү мөмкинлеге өсөн рәхмәт.
Гөләмзә ХӘСӘНОВА, Стәрлетамаҡ медицина колледжының математика һәм информатика уҡытыусыһы:
– “Еңеү поезы” ярҙамында халыҡ ветерандарыбыҙҙың Ватанды нисек яҡлауын күҙ алдына баҫтыра. Үкенескә күрә, был ваҡиғаларҙың шаһиттары йылдан-йыл кәмей бара, шуға күрә йәш быуын өсөн тарихты һаҡлау бик мөһим. Олатайым Минияр Ғөбәй улы Талачев һуғыштан яраланып ҡайтҡан. Был күргәҙмәгә килеп уның һөйләгәндәренең дөрөҫлөгөнә тағы бер тапҡыр инандым.
Лилиана (исем-шәрифтәрен әйтергә баш тартты), поликлиникала шәфҡәт туташы, күргәҙмәгә балары менән килгән:
– Үҙем медик булғанға күрә, фашистарҙың беҙҙең әсирҙәр менән вәхшиҙәрсә тәжрибә үткәргәндәрен күҙ алдына баҫтырып, был ваҡиғаларҙы һәм ата-бабаларыбыҙҙың Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән ҡаһарманлыҡтарын йәш быуын белеп үҫергә тейеш!
Римма ҒӘЛИМОВА.
Рәмил МАНСУРОВ фотолары.