Был бәйгелә 1 курс студенттары ҡатнашты. Ниндәй генә телдә шиғыр һөйләүселәр булманы: башҡорт телендә лә, урыҫ телендә лә, татар телендә лә, инглиз һәм башҡа телдәрҙә лә.
Бәйгелә ҡатнашыусыларға үҙебеҙҙең колледждағы уҡытыусылар баһа бирҙе. Ә еңеүселәр итеп әсәләре хаҡында актерҙар һымаҡ матур итеп шиғыр һөйләгән Дарья Крехова, Алина Иззетова, Елизавета Волкова, Алексей Скаридов билдәләнде. Уларға грамоталар һәм бүләктәр ҙә тапшырылды.
Бындай студенттар менән ғорурланмау мөмкин түгел.