Ул әсәйҙәргә һәм Рәсәйҙә “Театр йылы”на арналды. Сара Тыуған илгә, туған телгә һөйөү тәрбиәләү, әҙәбиәткә һәм үҙебеҙҙең яҙыусыларыбыҙға ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу, тел байлығын үҫтереү маҡсатында уҙғарылды.
Был бәйгелә 1-се курс студенттары ҡатнашты. Ниндәй генә телдә шиғыр һөйләүселәр булманы: башҡорт телендә лә, урыҫ телендә лә, татар телендә лә, инглиз һәм башҡа телдәрҙә лә.
Бәйгелә ҡатнашыусыларға үҙебеҙҙең колледждағы уҡытыусылар баһа бирҙе. Ә еңеүселәр тип әсәләре хаҡында актерҙар һымаҡ матур итеп шиғыр һөйләгән Дарья Крехова, Алина Иззетова, Елизавета Волкова, Алексей Скаридов билдәләнде. Уларға грамоталар һәм бүләктәр ҙә тапшырылды.
Бындай студенттар менән ғорур-ланмау мөмкин түгел.