Әкиәтте балалар ғына түгел, ололар ҙа ярата, сөнки йылдар буйы телдән-телгә күсеп, шымарып килгән әҫәрҙәрҙә тормош нескәлектәре, тәжрибәһе һалынған. Әкиәт геройҙарының батырлығын тыңлап ултырған балалар, үҙҙәре лә улар кеүек булырға теләйҙәр, хатта образға инеп уйнап та китәләр. Беҙ ҙә балаларҙың ҡыҙыҡһыныуын тотоп алып, әкиәт сәхнәләштерергә булдыҡ. Өлкән төркөм балалары айырыуса ”Ҡояшҡайға бүләк” әкиәтен яратты, шуға уны һайлап алдыҡ. Тәүҙә ролдәрҙе бүлеп, һүҙҙәрҙе ятлаһаҡ, артабан костюмдар, сәхнә биҙәлештәре яһап, тамаша ҡуйырға әҙер инек.
Балалар үҙҙәренә ҡуйылған бурысты уйындай күреп тиҙ үтәне, образдарға ла еңел инде, Ғайсар Фәттәхов, Арсен Аҫылбаев, Илсенә Ғәниева, Ибраһим Моратов ролдәрҙе шул тиклем матур башҡарҙы, хатта күргән һәр кем ҡәнәғәт булып, бәләкәй генә артистарыбыҙҙы алҡыштарға күмделәр. Ә беҙҙең йәш актерҙарыбыҙ быға ҡыуанышып, тағы ла үҙҙәренең яратҡан геройҙарын сәхнәлә күрһәткеләре килде. Шулай, әкиәтте тыңлап ҡына түгел, сәхнәләштереп тә тәрбиә эше алып барырға була.
3-сө гимназия ҡарамағындағы балалар баҡсаһы тәрбиәселәре.