Бөтә яңылыҡтар
Редакция почтаһынан
16 Апрель 2019, 14:15

Ул бит минең тарих!

Республикабыҙ үҙенең 100 йыллыҡ юбилейын ҡаршылағанда Стәрлетамаҡ физик культура, сервис һәм идара итеү колледжы ла был ҙур ваҡиғанан ситтә ҡалманы. Һәр көн тиерлек төрлө саралар үткәрелде.

Шуларҙың береһе – “Башҡортостан тарихы - ул минең тарих” тигән темаға сарала төп урынды биҙәп “Сәскә ат, Башҡортостан!” китап күргәҙмәһе күҙгә ташланып тора ине. Ул уҡыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Үҙәк китапханаһынан килгән ҡунаҡтар – Наилә Нуриева һәм Тамара Антонова тыуған Башҡортостаныбыҙҙың тарихы менән таныштырып, күргәҙмәгә тағы ла йәм өҫтәп ебәрҙе. Үҙем иһә, колледждың китапханасыһы булараҡ, балаларҙың белемен тикшереү маҡсатында, “Башҡортостан – тарих биттәренән” тигән темаға викторина үткәрҙем. Студенттар араһынан Алһыу Зәйдуллина, Карина Карипанова, Рүзилә Ғәлимова тарихты иң яҡшы белеүселәр булып сыҡты. Улар үҙебеҙҙең яҡташтарыбыҙ яҙған китаптар менән бүләкләнде.
Башҡортостанда йәшәүсе йәш быуын тыуған ерҙең ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын, үткән тарихын онотмаһындар ине. Тарихы барҙың – киләсәге бар, ти бит халыҡ та. Ошондай саралар әлеге йәһәттән тәрбиә эшен бермә-бер нығыта, ундай күргәҙмә, викториналар күберәк үтһен, тип теләйем.
Нәфисә ПРИВАЛОВА,
Стәрлетамаҡ физик культура, сервис һәм идара итеү колледжы китапханасыһы.
Читайте нас в