Ашҡаҙар
-1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Редакция почтаһынан
23 Апрель 2019, 12:29

Беҙҙең еңеүҙәр

Ҡалабыҙҙың “Ынйыҡай” тип аталған 7-се балалар баҡсаһы йылдан-йыл бай тәжрибә туплап, танылыу яулай бара. Алтмыштан ашыу кешене һыйындырған беҙҙең берҙәм һәм маҡсатҡа ынтылыусан коллективта тәрбиә эше изге йолаларға нигеҙләнә.

Беҙҙең коллектив ҡала, республика һәм Бөтә Рәсәй конкурстарында ярыштарҙа, смотрҙарҙа әүҙем ҡатнаша. Мәҫәлән, тәжрибәле педагог Л. Ибә-туллина «Йыл педагогы – 2016» ҡа-ла конкурсында ҡатнашып, үҙенең һәләтен һәм һөнәрмәнлеген күрһәтте, тәрбиәселәр А. Шеина һәм Н. Әб-сәләмова «Иң яҡшы методик асыш» номинацияһында еңеүсе булды.
2016-2017 уҡыу йылында беҙҙең балалар баҡсаһында юғары категориялы тәрбиәсе Н. Әбсәләмова етәкселегендә «Балалар баҡсаһында заманса һаулыҡ һаҡлау технологияларын тормошҡа ашырыу» темаһына ҡала кимәлендә оҫталыҡ дәресе лә уҙғарылды. Тәрбиәсе-беҙ А. Боҫҡонова, ҡала кимәлендә ойошторолған оҫталыҡ дәресе сиктәрендә уҙғарылған «Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың социаль-шәхси үҫешендә мәғлүмәт-коммуникатив технологиялар» конкурсында ҡатнашып, III дәрәжә дипломға лайыҡ булды. Тәрбиәселәребеҙ «Аҡ торналар бай-рамы» тип аталған ҡала шиғыр һөйләү конкурсында ла үҙ һәләттәрен һынаны һәм баһалама ағзаларының иғтибарынан ситтә ҡалманы – коллегабыҙ Г. Ғи-зәтуллина диплом яуланы. Белем биреү учреждениелары араһында хеҙмәтте яҡлау һәм янғын хәүефһеҙлеге буйынса иң яҡшы белем биреү учреждениеһы смотр-конкурсында ла беҙ иң алдынғылар рәтендә – 2-се урын өсөн диплом яулауға өлгәштек!
2017-2018 уҡыу йылында «Ынйыҡай» федераль эксперименталь майҙансыҡ статусын алды. Тәрбиәсебеҙ Е. Кутузова педагогтар конкурсында «Профсоюз ойошмаһының хеҙмәтте яҡлау буйынса иң яҡшы уполномоченныйы» 2-се дәрәжә дипломын алды. «Кешеләр йөрәген ҡылым менән яндыр» тип исемләнгән республика шиғыр һөйләүселәр конкурсында педагог-психолог Г. На-фиҡова III дәрәжә дипломға лайыҡ булды.
2018-2019 йылдар ҙа – ваҡиғаларға бай. Өлкән төркөмдәр өсөн физик куль-тура йүнәлеше буйынса «Стәрлетамаҡта белем биреү: үҫеш нөктәләре» ҡала белем биреү форумы; республика олимпиадаһының «Беҙ - гагаринсылар!» муниципаль этабы, «Инновациялар паркы» майҙаны, күреү һәләте сикләнгән инвалид балалар өсөн «Ете таж сәскә» тип аталған ижади марафон уҙғарылды. Педагог Н. Шәмсетдинованың «Йыл педагогы» конкурсында ҡатнашып, «Һөнәргә тоғролоҡ» номинацияһында еңеүе беҙҙең өсөн оло шатлыҡ булды. Коллективтағы берҙәмлек һәм татыулыҡ һәр саҡ ярҙам итә. Мәҫәлән, беҙҙең профком командаһы быйыл февраль айында «Проф-эрудит» конкурсында еңеп, беренселекте алды.
Иң ҡәҙерле һәм баһалап бөткөһөҙ байлығыбыҙ, әлбиттә, беҙҙең тәрбиәләнеүселәребеҙ. 2015 йылдан алып беҙҙә 432 бала ҡанат нығытты. Улар – ысындан да һәләтле, белемгә ынтылыусан. Әлеге көндә беҙҙең балалар баҡсаһына 474 бала йөрөй. 12 төркөмдөң барыһында ла бәхетле һәм шатлыҡлы тауыштар ғына яңғырай. «Ынйыҡай» тип аталған карапта балалар һәр яҡлап үҫешһен өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған. Беҙҙә яҡты, тейешле ҡорамалдар менән йыһазландырылған, зауыҡ менән биҙәлгән бүлмәләр, музыка һәм спорт залы, бассейн, медицина кабинеты, балаларҙың ижади һәм интеллектуаль мөмкинлектәре асылһын өсөн өҫтәлмә хеҙмәттәр кабинеты эшләй. Балалар һәм ата-әсәләр унда спорт хореографияһы һәм вокаль йыр, дөрөҫ уҡырға өйрәнеү, телмәр үҫтереү, инглиз телен өйрәнеү, шахмат уйнау һәм йөҙөү, уҡытыусы ярҙамы һ.б. һайлап ала ала.
Ата-әсәләрҙең һәр яҡлап ныҡлы ярҙам күрһәтеүе балаларға яҡшы итеп сығыш яһарға ышаныс бирә. Мәҫәлән, 2017 йылда Ева Снегирёва «Беҙ – гагаринсылар!» тип аталған физик культура буйынса өлкән төркөм йәшендәге балалар олимпиадаһының республика этабында лауреат булды.
2017 йылдың ноябрендә «Ватанға дан» республика конкурсында беҙ-ҙең кескәйҙәребеҙ – 3-сө дәрәжә лауреаттары. 2018 йылдың ғинуарында «Сәскә ат, тыуған яғым Башҡортостан!» төбәк-ара конкурсында «Сағыу тауыш-тар» вокаль ансамбле I урын яуланы. Былтыр Марк Туҡаев Рәсәй конкурсында йыр башҡарып, I урын алды, ә шул уҡ йылдың апрелендә Рәсәй кимәлендә «Ынйыҡай» хореографик төркөмө I урын яуланы. Тәрбиәләнеүселәр һәм педагогтар мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә тәрән белемгә һәм ижади ҡарашҡа эйә булыуын күрһәтә, шуға ла йыл да уҙғарылып килгән «Илһам тылсы-мы», «Йәш тикше-реүсе», «Яҙ гөлө», «Беҙ – гагаринсылар!», «Минең ҡурсағым» һ.б. конкурстарҙа яҡшы баһаларға ирешәләр. Һәм был еңеүҙәрҙең сиге юҡ!
Беҙҙең ҙур берҙәм коллективтың алда эшләйһе эштәре бихисап. Балаларҙың асылып етмәгән мөм-кинлектәрен һәм ата-әсәләрҙең теләктәрен өйрәнеп, үҙебеҙҙең мөмкинлектәрҙе баһалап, коллектив өҫтәмә белем биреү хеҙмәттәре селтәрен киңәйтергә планлаштырабыҙ. Ҡыҫҡа ваҡытлы белем биреү һәм «ортобиотика» уйын технологияһы инновацион һаулыҡ һаҡлау практикаһын индереү өҫтөндә эшләйбеҙ.
Беҙ барыһы ла уңышлы килеп сығырына ышанабыҙ! «Ҙур карап»ҡа ҡолас ташлап йөҙөргә оло һыу ғына бул-һын!
З. АБДУЛЛИНА,
Г. ХАЛИҠОВА.
Читайте нас: