...Бына төн дә яҡынлашты, йәштәр яйлап таралыша башланы. Фәһимә лә өйҙәренә табан атланы, уның артынан Әмир эйәрҙе. Ҡапҡа төбөнә килеп еткәс, Әмир ҡыҙҙы күкрәгенә ҡыҫып ҡосаҡлап алды.
– Фәһимә, әйҙә өйләнешәйек, миңә кейәүгә сығаһыңмы? – тип өндәште ул. Ҡыҙ һүҙһеҙ генә баш ҡаҡты. Егет, ризалығын алғас, шатланып:
– Көҙгә туй яһарбыҙ, мин иртәгә ата-әсәйемә әйтәм, йәме, һин дә үҙеңдең әсәйҙәреңә әйтерһең, – тине. Ҡыҙ йүгерә-атлай өйгә инеп китте, ул бик шат ине. Нисек итеп ата-әсәһенә әйтергә? Юҡ, ҡыйыулығы етмәҫ, Әмиргә әйтергә кәрәк, үҙе килеп һөйләшһен. Төрлө уйҙар уйлап ятып, байтаҡ ҡына йоҡлай алмай интекте. Ниһайәт, таң алдынан йоҡлап китте.
Иртән ҡояш нурҙарын һибеп, яҡты итеп балҡый. Иркәләнеп ятыр ваҡыт түгел, торорға кәрәк, бесәнгә барырға кәрәк. Ата-әсәһе күптән инде торған, сәй эсергә әҙерләнеп йөрөй. Фәһимәнең апаһы Кәтибә лә торған. Иртәнге сәйҙән һуң яланға ҡуҙғалдылар.
Яланда кеше күп ине, йәштәр ҙә, ололар ҙа бар бында, шуға көн һиҙелмәй ҙә үтеп китте. Кискә табан ҡайтырға йыйындылар, Фәһимә апаһы менән ситкәрәк китеп, өҫ-баштарын йүнәтергә булды. Шул ваҡыт әллә ҡайҙан ике егет килеп сыҡты, өндәшеп тә тормай, Фәһимәне ҡулынан тартып алып та китте, ҡыҙ ҡысҡырып та ҡараны, талашып та ҡараны, тик егеттәргә көсө етмәне. Ә Кәтибә ҡурҡып атаһы янына йүгерҙе, хәлде һөйләп бирҙе. Улар ярҙамға килгәндә, егеттәр ҙә, Фәһимә лә юҡ ине. Тирә-яҡҡа йөрөп эҙләп тә ҡаранылар, ҡысҡырып өндәштеләр, бер яуап та булманы.
Ә Фәһимәне атҡа ултыртып алып киттеләр, бер аҙ барғас, атты яйлатып егеттәрҙең береһе өндәште:
– Бына ҡыҙыҡай, беҙ һине урланыҡ, беҙҙең ауыл егетенә кейәүгә сығырһың.
Ҡыҙ илай-илай ялбара башланы:
– Ебәрегеҙ мине, минең яратҡан егетем бар. Әмир исемле, бәлки, беләһегеҙҙер әле?
– Бер ниндәй ҙә Әмирҙе белмәйбеҙ. Йә ярай, тыныслан. Һинең буласаҡ ирең дә бик һәйбәт, эшсән. Уны ла яйлап яратырһың.
Ниндәйҙер ауылға ҡараңғы төшкәс кенә килеп еттеләр, бер бәләкәй генә өй янында туҡтанылар. Фәһимәне ҡулынан тотоп өйгә инделәр. Аш-һыу бүлмәһендә бер апай булыша, инеп килеүселәрҙе күргәс, уларға яҡын килде.
– Бәй, ниндәй ҡыҙ был, ни эшләп бында килтерҙегеҙ? – тип егеттәргә аптырап ҡараны.
– Бына, Талиға еңгәй, һиңә килен алып килдек.
– Бәй, минең улым өндәшмәгән ине бит әле. Үҙе ҡайҙа һуң? – тип һораны апай егеттәрҙән.
– Хәҙер ҡайтырға тейеш, көтөгөҙ. Ярай, беҙ киттек.
Егеттәр сығып китеү менән Фәһимә тағы илай башланы. – Апай, зинһар мине ҡотҡарығыҙ. Мин был ауылды ла, һеҙҙең улығыҙҙы ла белмәйем.
– Эй, туғанҡайым, һин бик йәлһең миңә. Тик урамда бит ҡараңғы, ҡайҙа бараһың? Һин ҡайһы ауылдан, исемең кем?
– Мин Шәрип ауылынан, Фәһимә булам. Ә был ниндәй ауыл? Һеҙ кем булаһығыҙ?
– Ҡотлоғужа ауылы, ә мин Талиға апайың булам.
Шул саҡ ишек асылды, унан бер ҡаҡса ғына кәүҙәле егет килеп инде.
– Бына рәхмәт яуғырҙары, миңә кәләш алып килгәндәр. Ә һин матур ҡыҙыҡай, исемең кем? Мин Әхсән булам.
– Әсәй, мин был ҡыҙға өйләнәм, ул миңә бик оҡшай. Хәҙер үк Шәрипкә барам, никах уҡытырбыҙ. Ә һин аш-һыу әҙерлә.
Егет сығып китте, уны тәҙрәнән Фәһимә күҙәтеп ултырҙы. Ат егеп тиҙ генә урамдан сығып киткәнен көттө. Егет күҙҙән юғалғас, Талиға апай эргәһенә барып, тағы ла илай башланы. Тик апай быға иғтибар итмәне, аш һалды, ҡамыр баҫты, тимәк, ҡунаҡ көтә. Ул ҡыҙға ҡарап-ҡарап ала ла эшен дауам итә. Ниһайәт, түҙмәне:
– Һин буласаҡ килен, улай ҡайғырма, бер ҙә булмаһа, кил, миңә булыш.
Фәһимә, атайымдар килгәс, мин уларға аңлатырмын, улар мине алып ҡайтырҙар, тип уйланы. Апайға күндәм генә ярҙамлаша башланы, бәрәңге, һуған әрсене, иҙәнде йыуып алды. Оҙаҡламай, атына ултыртып Фәһимәнең аталары ла килеп етте. Ҡыҙҙың уларҙы күргәс шатланыуы!.. Тик ошо мәлдә уның бөтә тормошо көтмәгәндә үҙгәрҙе лә ҡуйҙы. Атаһы эргәһенә килеп:
– Һин, ҡыҙым, бер килгәс, кире булма инде, кешенән оят бит, ни эшләйһең, яҙмышың шулдыр. Кейәү буласаҡ егет тә арыу ғына күренә, һине кәм-хур итмәҫ, – тип яратҡан ҡыҙына ҡараны. Ҡыҙ ни әйтергә лә белмәне, бына нисек булып китте бит әле.
...Никах уҡыттылар. Кисен ҡәйнә булған кеше карауатҡа урын әҙерләне. Кейәү кеше, Фәһимәнең ҡулынан тотоп, карауатҡа әйҙәне... Фәһимә яҙмышы шулай булғанға риза түгел ине, уның бит Әмире бар! Ул бит Әмирҙе ярата!
Был көндәргә бер йыл ваҡыт үтте, бала тыуҙы, ҡыҙ бала ине. Исемен Сәриә тип ҡуштылар. Ирен бик яратмаһа ла, ҡыҙын бик яратты Фәһимә, бына ҙурайыр, бәхетле булыр, тип өмөтләнде. Киләһе йылына тағы ла ҡыҙ бала тапты. Әле баланан арыуланып та өлгөрмәгән ҡатынын рәнйетеп, әрләй башланы ир кеше:
– Һин нәмә, малай таба белмәйһеңме ни? – тип битәрләне.
– Бар сығып кит, күҙемә күренмә, – тип һуғырға ынтылды. Ҡатын ҡурҡып, имсәк балаһын күтәреп, күршеләргә йүгерҙе. Ярай күршеләре һәйбәт, Фәһимәне йылы ҡаршыланылар. Уларҙа ҡунып, икенсе көнөнә өйгә ҡайтты, Сәриә лә бәләкәй бит әле, ул илағандыр инде.
Шулай ғүмер үтә торҙо, яйлап үҙенең яҙмышына күнде ҡатын. Ире эшсән, донъя көтөргә әүәҫ. Ғаиләлә өсөнсөгә бала тыуҙы, малай булды! Икенсе ҡыҙҙарының исеме Мөнәүәрәгә яҡын итеп, малайға Мөнәүәр тип исем ҡуштылар. Атай кешенең шатлығы бик ҙур ине, ул һөйөнөп йөрөнө. “Вәт, әй, малай бит, малай”, тип ҡыуанды. Ошо шатлыҡтан әсәһе әҙерләгән феләктәге әсе балды эсте. Бер аҙна тормай эсте.
Уларҙың тағы ла бер ҡыҙ, ике малайҙары тыуҙы, матур, ҙур өй һалып инделәр, өй ҡотларға тип, бөтә туғандарын саҡырҙылар, бал менән һыйланылар, өҫтәл тулы ит, бәрәңге, бүтән аш-һыу булды. Фәһимә бик шатланды, балаларым иҫән-һау булһындар, бәхетле булһындар тип, теләктәр теләне. Үҙем бәхетле булманым инде, тип көйәләнде. Шулай тормош дауам итте.
Әхсән 75 йәшендә гүр эйәһе булды. Фәһимә уны иҫкә алып, Ҡөрьән уҡытты, балалары йыйылды, ейән-ейәнсәрҙәре лә килде. Ә бер ваҡыт өҫтәл артында бергәләп сәй эсеп ултырғанда буй еткергән ейәнсәре Альбина өләсәһенән һорап ҡуйҙы:
– Өләсәй, ә һин олатайымды ярата инеңме, уны һағынаһыңмы?
Өләсәй кешенең йөҙө үҙгәреп китте. Бер ултырҙы, бер торҙо. Нимә эшләргә белмәгән кеше һымаҡ тойолдо һәм ипләп кенә телгә килде:
– Юҡ, мин уны яратманым, йәлләмәнем дә, – тине.
– Ә ни эшләп йәшәнең һуң уның менән? – тигәс, өләсәһе:
– Балалар тип йәшәнем, балаларҙы яраттым, – тине...