Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Редакция почтаһынан
30 Апрель 2019, 16:17

Ҡояш та эшкә дәртләндерҙе

“Йәшел Башҡортостан” республика акцияһынан 58-се балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре лә ситтә ҡалманы.

Был көндө ҡала биҫтәләрен сүп-сарҙан арындырыуға, ағас ултыртыуға, ойошмалар, учреждениелар биләмәлә-рен йыйыштырыуға халыҡ күпләп сыҡты. Акцияла ҡатнашыусы 2 меңгә яҡын кеше йәмғеһе 10 меңдән ашыу үҫенте ултыртты. Беҙ ҙә “Йәшел шәмбе”лә ҡояш нурҙары аҫтында иркәләнеп эшкә тотондоҡ. Балалар баҡсаһы мөдире Лариса Бутенко етәкселегендә эш дәррәү барҙы. Өмәлә кескәйҙәрҙең атай-әсәйҙәре ҡатнашыуы беҙҙе тағы ла дәртләндереп ебәрҙе. Баҡса биләмәһен гөл-баҡсаға әйләндереү өсөн бик күп эштәр башҡарҙыҡ: тирә-яҡты сүп-сарҙан таҙарттыҡ, сәскәләр ултыртыу өсөн түтәлдәр эшләнек, уйын майҙандарына ҡуйылған ҡоролмаларҙы сағыу төҫтәге буяуҙар менән яңырттыҡ. Күмәк көс менән башҡарған эштәрҙән ҡәнәғәтлек кисереп, илһам алып, тағы ла ниндәй үҙгәрештәр индерергә кәрәклеге тураһында кәңәшләштек.
Хәҙер балалар баҡсаһы әкиәттәгеләй матурланды, кескәйҙәрҙе генә түгел, һәр кемде үҙенә йәлеп итеп тора.
Зифа ВӘЛИШИНА,
Раушания ИСХАҠОВА.
Читайте нас: