Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

БЕР УС ТУПРАҠ...

Рәшит Ғәлиндың ҡәбер тупрағы тыуған ерендә урын тапты.

Былтыр Ауырғазы районы Үтәймулла ауылы зыяратында Айбулат, Рәүис һәм Камил Ғәлиндар, шулай уҡ Азамат Ғәлимовтар ҙурлап, мосолман йолаһы буйынса тупраҡты әсәһе һәм туғандарының ҡәберлегенә һалды. “Был изге эштә ҡатнашҡан туғандарға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, – ти Ғәлиндарҙың килене Нурия Йәғәфәр ҡыҙы. –Рәшит Сәйғәфәрғәле улының хәбәрһеҙ юғалыуы тураһында ҡағыҙҙары ғына килгән. Бөгөнгәсә уның һуңғы көндәре, ҡайҙа ерләнгәне билдәһеҙ ине. Рәшиттең әсәһе Бибиямал инәй һәм уның кесе ҡустыһы Мөхтәр уның яҙмышы тураһында бик борсолалар ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, икеһе лә был шатлыҡлы минуттарҙы күрә алманы инде...”
Бөйөк Ватан һуғышында Ғәлиндар ғаиләһенән аталары Сәфәрғәле, улдары Ҡотлоғәләм, Рәшит һәм Зөфәр ҡатнашҡан. Аталары һәм улдары Рәшит тыуған яҡтарын башҡа күрә алмай. Рәшиттең яҙмышы билдәһеҙ булды. Радмир һәм Айбулат эҙләнеп, ниһайәт, Рәшиттең ерләнгән урынын тапты. Ул Ленинград өлкәһе Выборг биҫтәһенең Кирилловское ауылында 1944 йылда батырҙарса һәләк булған һәм Туғандар ҡәберендә ерләнгән. Был ваҡытта уға тик 18 генә йәш булған...
Айбулат һәм Мөхтәрҙең эйәнсәре Азамат Ғәлиндар батырҙың ҡәберендә булды һәм ҡәбер тупрағын Рәшиттең тыуған иленә алып ҡайтты.
Ғәлин Рәшитте яҡшы белгән 92 йәшлек Үтәймулла ауылы ағинәйе Зөһөрә инәй батыр тураһында бына нимә һөйләй: “Һуғышҡа киткән егеттәрҙе мәктәп бинаһында йыйылып оҙаталар ине. Беҙҙе, бәләкәйҙәрҙе, унда индермәгәс, тәҙрә аша ғына ҡарап торҙоҡ. Рәшит ағай бик күңелле кеше ине, ҡыҙыҡ итеп бейей торғайны. Уның бер күҙе ҡыҫылыбыраҡ тора ине, бер яурынбашы төшөңкө булды. Мин уйлайым, һуғышҡа үҙе теләп киткәндер ул. Әрәм булды йәп-йәш көйө...”
Үтәймулла ауылында былтыр Еңеү көнөндә һуғышта батырҙарса һәләк булғандарға матур обелиск ҡуйылды. Унда алтын хәрефтәр менән Ғәлин Зөфәр Сәфәрғәле улының да исеме яҙылған. Батырҙың исеме мәңге онотолмаҫ!
Тимербәк ҒӘЛИМОВ,
Ауырғазы районы,
Үтәймулла ауылы.
Читайте нас: