Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Һуғыш осоронда үҫтек

Һуғыш осоронда үҫтек,Беҙ – ауыл балалары.Ауыр хеҙмәттә сыныҡҡанСССР балалары.

Беҙ үҫтек аслыҡ-туҡлыҡта,
Киндер ыштандар кейеп.
Аяҡҡа сылғауҙар урап,
Йүкә сабата бәйләп.
Булмаһа ла дәфтәр, ҡәләм,
Беҙ уҡыныҡ тырышып.
Кәрәсин лампа булмағас,
Утлы мейескә һырышып.
Ашаныҡ йәшел үләнде,
Бик асыҡҡан саҡтарҙа.
Серек бәрәңге сүпләнек,
Яҙын ҡаҙып баҡсала.
Йыраҡ ерҙәрҙә эҙләнек
Аш-һыу тоҙон кәрәккә.
Хәлһеҙләнеп, йүнһеҙләнеп,
Аслыҡтан шешенмәҫкә.
Баҡсаларҙа һуҡа һөрҙөк,
Һауым һыйырҙы егеп.
Сәсеп ужымдар үҫтерҙек,
Әпәкәй булһын тиеп.
Баҫыуҙарҙа ураҡ урҙыҡ,
Ҙур-ҙур көлтәләр бәйләп.
Уларҙы беҙ яба инек,
Йәйге ямғырҙан һаҡлап.
Сүп утаныҡ, бесән саптыҡ
Колхоз баҫыуҙарында.
Ҡойолған башаҡтар йыйҙыҡ –
Эшләнек барыһын да.
Тыуған илгә ярҙам иттек
Фашистарҙы еңергә.
Тыныслыҡ өсөн көрәштек
Тыуған, изге ерҙәрҙә.
Рәлиф Рәхимов.
Читайте нас: