Ашҡаҙар
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Йөҙйәшәр яугир хәтирәләре

Бынан дүрт быуат ярым ваҡыт элек Башҡортостан үҙ яҙмышын Рәсәй менән бәйләгән, ә 1919 йылда Башҡорт АССР-ы РСФСР составында беренсе милли автономия була. Һәм ошо айҡанлы беҙ бөгөн Башҡортостан Республикаһы барлыҡҡа килеүҙең 100 йыллығын ғорурлыҡ менән билдәләйбеҙ. Был мөһим ваҡиғаны ҡалабыҙҙағы 7-се һанлы «Ынйыҡай» балалар баҡсаһы ла урап үтмәй. Беҙҙең балалар баҡсаһында республиканың 100 йыллығына арнап төрлө саралар уҙғарыла.

Ошо ваҡиғалар сылбырында беҙҙә тәрбиәләнеүсе баланың арҙаҡлы ҡарт олатаһы – республикабыҙҙың йәштәше, Бишбүләк районы Яңы Биктәш ауылында тыуған Фәттәх Фәррәх улы СӘЙФЕТДИНОВҡа бәйле тарих тураһында бәйән итмәксебеҙ.
Бөйөк Ватан һуғышы ветеранына 15 майҙа 100 йәш тула. Аҡһаҡалдың күҙ алдында бер быуат ваҡыт үткән һәм ул ошо дәүерҙәге ваҡиғаларҙы кисергән: аслыҡ-яланғаслыҡты күргән, ҡанлы яу яланын үткән, яҡындарын юғалтҡан, һуғыштан һуңғы емерек илде аяҡҡа баҫтырыуҙа үҙ өлөшөн индергән.
Уның хәрби биографияһы 20 йәшенән башлана. 1939 йылдың сентябрендә, Фәттәх Сәйфетдинов та, йәштәштәре кеүек үк, армияға алына, һалдат Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт итә. Ул саҡта армиянан туп-тура фронтҡа китербеҙ тип бер кем дә уйламай шул. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, йәш артиллерист хеҙмәттәштәре менән бергә Советтар Союзы сиген һаҡлай.
Илдә аслыҡ-яланғаслыҡ хөкөм һөрә. Йәйгеһен алабута ашап, виноград япрағынан аш бешереп ашайҙар. Картуфты бөтөнләй күрмәйҙәр. Аслыҡтан түҙер әмәл ҡалмағас, Фәттәх Сәйфетдинов үҙ теләге менән Көнбайыш фронтҡа китә. Аслыҡтан ятып үлгәнсе, пулянан үлгәнең артыҡ, тип уйлай һалдат.
Был ваҡытта Ҡыҙыл армия саф-тарында дүрт бер туған Сәйфетдиновтар хеҙмәт итә, өсәүһе немецтар менән һуғыша. Улар Көнбайыш фронтта бер-бер артлы батырҙарса һәләк була. Йәш, ҡыҙыу ҡанлы Фәттәх ағаларының үлеме өсөн ләғнәт төшкән фашистарҙан үс алырға уйлай. Уның был уйын яҡшы белгән командиры һалдаттың теләгенә ҡаршы килә. Бер-бер артлы өс улын юғалтыуҙан ҡара ҡайғыларға батҡан әсәне йәлләй офицер.
Фәттәх Сәйфетдинов менән хеҙмәт итеүсе хәрбиҙәр араһында Башҡортостан егеттәре күп була: башҡорттар, татарҙар, рустар, сыуаштар, украиндар – барыһы бер ғаилә булып ил алдында изге бурысын үтәй.
Германияны еңеү тураһында хәбәр килгәс, оҙаҡламай Тыуған илгә әйләнеп ҡайтабыҙ тип, һалдаттар ныҡ шатлана. Әммә ваҡыт үтә тора, ә демобилизациялау тураһында приказ булмай. Һуғыш хәрә-кәттәре көнсығышта дауам итә. Ҡарт һалдат совет ғәскәр-ҙәренең Маньчжурияға ингәнен дә яҡшы хәтерләй. Дошмандың ҡаршылыҡ күрһәтеүен юҡҡа сығарып, улар Муданьцзянға табан бара һәм яугир Фәттәх Сайфетдиновтың хәрби юлы ошонда тамамлана. Һуғыштан һуң һалдаттарҙы Хабаровск крайына күсерәләр. Совет ғәскәрҙәре 1946 йылдың майына тиклем бик ауыр шарттарҙа Ҡытай сигендә ҡала.
Һуғыштан ҡайтҡас, Фәттәх Фәррәх улы 44 йыл Тыуған ил мәнфәғәте өсөн хеҙмәт итә. Йәрмәкәй районы ҡыҙы Әминәгә өйләнеп, ике ул һәм өс ҡыҙ үҫтерәләр. Ҡырҡ биш йыл бергә ғүмер итә улар. Фәттәх Фәррәх улы колхозда трактор бригадаһы хисапсыһы, бригадир, ферма мөдире булып эшләй. Һуңғараҡ бухгалтер һөнәрен үҙләштереп, ауыл советында хисапсы була.
Әле ветеран Сәләх улы менән бергә йәшәй. Хәҙер инде уның ҙур шатлығы – бүлә-бүләсәрҙәре. Бер бүләһе 6 йәшлек Эмир Сәйфетдинов мин эшләгән төркөмдә тәрбиәләнә. Эмир аша беҙ шундай данлы тормош юлы үткән аҡһаҡал барлығы тураһында белдек. Тимәк, беҙҙең ата-бабаларҙың ҡаһарманлығы тураһында хәтирәләр быуында-быуынға күсә килә, тигән һүҙ.
Рәзилә Хөснуллина,
7-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.
Читайте нас: