Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә!

Минең олатайым – Ғәтиәт Фәтҡулла улы ЙӘРМӨХӘМӘТОВ 1924 йылдың 18 ноябрендә Стәрлебаш районы Байым ауылында тыуған. 1942 йылдың июлендә 18 йәшлек егетте һуғышҡа алалар.

Уҡыу лагерын тамамлағас, уны Алыҫ Көнсығышҡа ебәрәләр. Хеҙмәте бик ауыр шарттарҙа үтә. Хәрби хәрәкәттәр ҙур көс менән Совет ғәскәрҙәренең ҙур биләмәһендә алып барыла. Минең олатайым булған Уҡсылар дивизияһы Амур йылғаһы ярына һөжүм итә башлай. Таулы, һыулы, саҡыр-соҡорло урындарҙы үтеүе бик ҡыйын була. Ғәтиәт Фәтҡулла улы Харбинды азат итеүҙә лә ҡатнаша. Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә!
Аҙаҡтан олатайым ике йыл хеҙмәтен тағы ла дауам итә һәм һуғыштан һуң иҫән-һау тыуған ауылына әйләнеп ҡайта. Ә уның атаһы Фәтҡулла Ғәйнулла улы Йәрмөхәмәтов 1944 йылда Украинала һәләк булып ҡала... Мин ҙур олатайымды ла, бер тапҡырҙа күрмәһәм дә, һис онотмаҫмын!
Ғәтиәт олатайым тыуған ауылына ҡайтып, ғаилә ҡороп балалар үҫтерә. Тыуған ауылында колхозда арымай-талмай эшләй һәм гел алдынғылар рәтендә була. Беҙ олатайым иҫән саҡта ауылға йыш ҡайта инек, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул хәҙер беҙҙең арала юҡ инде. Ҡәҙерле кешебеҙ 2018 йылдың 26 октябрендә вафат булды. Шулай ҙа беҙ олатайымды онотмайбыҙ һәм уның менән ғорурланабыҙ!
Эльвина ЙӘРМӨХӘМӘТОВА,
10-сы мәктәптең
7-се класс уҡыусыһы.
Читайте нас: