Әсәһе 35 йыл ғүмерен балалар уҡытыуға бағышлай. Ояһында ни күрһә, осҡанда ла шул булыр, ти халыҡ. Ҡыҙы ла әсәһе юлын һайлай.
Белемгә ынтылған, балалар яратҡан ҡыҙ Стәрлетамаҡта 27-се һанлы мәктәптә тәрбиәселәр курсын тамамлағас, Айыусы ауылында, балалар баҡ-саһында тәрбиәсе булып эш башлай.
Ошонда төпләнеп, ул класташы, Афғанстандан түше тулы миҙалдар менән әйләнеп ҡайтҡан Вәкил Аҙнаев менән ғаилә ҡороп ебәрә. Иптәше менән бергәләп донъя көтөп, өй һалып, ике ул үҫтерҙеләр. Улдары ла аталары һымаҡ хәрби бурыстарын лайыҡлы үтәп ҡайтты.
Ғаилә нығытып, тәжрибә туплап алғас, Зәйтүнә Муса ҡыҙы Өфө педагогия училищеһын ҡыҙыл дипломға тамамланы һәм тырыш, уңған тәрбиәсене балалар баҡсаһында етәксе итеп үрләттеләр.
Әлеге ваҡытта ул һәр бер район конкурстарында балалар баҡсаһы коллективтары менән әүҙем ҡатнаша. Ҡатнашҡан һәр бер эштәрендә лайыҡлы урындар яулайҙар. 2016 йылдан ул алты башҡорт, татар балалар баҡсаһының методисы эшен дә башҡара. Былтыр район тәрбиәселәре конкурсында өсөнсө урын яуланы. Шул уҡ йылды райондың Почет грамотаһы менән бүләкләнде.
Зәйтүнә Аҙнаева бөтә ғүмерен балалар баҡсаһына бағышланған шәхес. Быйыл уның Айыусы балалар баҡсаһында эшләүенә 32 йыл була. Был тиклем ғүмер арауығында, әлбиттә, балаларға ҡарата сикһеҙ һөйөү ята. Хеҙмәтендәге уңыш сере хаҡында үҙе ябай ғына итеп:
– Балаларҙы яратам! – тип йылмая. Киләсәктә лә беҙ Зәйтүнә Муса ҡыҙына ошо һөйөүҙең ҡайтмауын һәм артабан да ижади үрҙәр теләп ҡалабыҙ!
Ата-әсәләр исеменән Альбина БАЙДӘҮЛӘТОВА.