Эй-й-й, ҡыҙым, әле генә йөрәгем аҫтында йөрәгең тибә ине, әле генә тәүге аҙымдарыңды атлап киткәйнең, телең асылғаны бөгөн генә һымаҡ. Ә бына хәҙер ҙур тормошҡа аяҡ баҫырға тораһың! Ул тормошта ла ныҡлап атлап кит, балам, имен-аман булып, тәүфиҡ, аҡыл менән атла, кешеләрҙе ярҙамыңдан ташлама.
Ҡарлуғасым, һин бер ҡасан да минең йөҙөмә ҡыҙыллыҡ килтермәнең. Тырышып уҡыйһың, ижад менән шөғөлләнәһең, серҙәшем дә һин, таянысым да. Рәхмәт, ҡыҙым! Артабан да шулай булып ҡал! Минең, яҡындарыңдың, тыуған Стәрлетамағыңдың ышанысын, өмөттәрен аҡла, балам! Матур хыялдарың тормошҡа ашһын!
Һүҙ ыңғайы ғорурлыҡ менән ҡыҙымдың әҙерәк серен дә сискем килә. Ул бәләкәй саҡтан уңған һәм яуаплы, өлгөлө булды. Теүәл фәндәр буйынса алға киткән белем усағында ғына тырышып уҡып ҡалманы, ә бер юлы ҡаланың төрлө ижади түңәрәктәренә йөрөнө, йәмғиәтте өйрәнеү, инглиз теле һәм башҡа өлкәләр буйынса олимпиадаларҙа ҡатнашты. Башта шиғыр менән мауыға ине, уның әҫәрҙәрен хатта ил кимәлендә сыҡҡан балалар өсөн мәртәбәле гәзит-журналдарҙа баҫтырҙылар. “Балалар роман-гәзите”ндә шиғыры донъя күреүе – әсә өсөн ғорурлыҡ түгелме ни?! Ә һуңғы йылдарҙа Ҡарлуғас һүрәт төшөрөүгә әүәҫләнде һәм был һөнәр ҙә уға килеште. Әлеге көндә ҡаланың художество мәктәбендә шөғөлләнә, шулай уҡ төрлө конкурстарҙа урындар яулай. Бихисап дипломдарын аҡтарғанда, мәҫәлән, араларында Алексей Кузнецов исемендәге Бөтә Рәсәй бала-лар ижады конкурсында Гран-при алғанда тапшырылғаны бигерәк тә матур хәтирә булып иҫкә төшә.
Эйе, ҡыҙым ҙур маҡсаттар ҡуйып, үрҙәр яулай. Шул уҡ ваҡытта, уның ошо тырышлығын күреп, һынаулы саҡтарҙа беҙгә ярҙам итеп торған яҡындарыбыҙға, остаздарына ла рәхмәт әйткем килә. Уңыштарҙың артында дөйөм хеҙмәт, дө-йөм көс ята шул.
Ҡарлуғасым оя ҡалдыра... Бер яҡтан моңһоу, сөнки ул яратҡан һөнәре – йәнһүрәттәр эшләүсе һөнәрен өйрәнергә йыраҡҡа юллана, икенсе яҡтан уйлағанда, балам ҙур тормош юлына сығырға тора бит – әсә өсөн шунан да ләззәтле, шунан да тулҡынландырғыс мәл бармы һуң?!.