Диана тик яҡшы билдәләргә генә уҡый. Ғөмүмән, бөтә яҡлап та тырыш минең ҡыҙым! Ул ҡул эштәрен оҫта башҡарһынмы, тәмле итеп аш-һыу әҙерләһенме – барыһын да булдыра. Ейәнсәремдең бигерәк тә матур һәм килешле итеп ҡурсаҡтар яһауы-бәйләүе һоҡландыра. Ул ҡурсаҡтар, әйтерһең дә, тере йән. Иҫән-имен булып, уҡыуын уңышлы тамамлап, шөғөлдәрен онотмай йәшәһен инде ҡыҙым, тим.