Шулай тип яҙа үҙенең бер әҫәрендә Мостай Кәрим. Ысынлап та, шағирҙың тыуған еренә, иленә, Ватанына һөйөүе сикһеҙ. Уның ошо ғәзиз ерендә йәшәгән кешеләрҙе яратыу сикһеҙ. Әҙиптең һөйөү менән һуғарылған ошо әҫәрҙәре йәшәр ҙә йәшәр әле. Иң мөһиме: уның һүҙен беҙ оло кешеләр кескәйҙәрҙең күңелендә лә һеңдерергә тейешбеҙ.
Ошо изге эштәргә арнап, беҙҙең 87- се балалар баҡсаһында ла төрлө саралар үтеп тора. Шуларҙың береһе – Шиғриәт кисәһе. Унда балалар ҙа, уларҙы әҙерләгән тәрбиәселәр ҙә әүҙем булды. Сарала 4-5 йәшлек кенә малайҡыҙҙар ҙа ҡатнашты. Сараны иң кескәй шиғыр һөйләүселәр башлап ебәрҙе. 4-5 йәштәге талантлы балалар, әйтергә кәрәк, бик оҫта итеп башҡарҙы әҙип һүҙҙәрен. Артабан конкурсты 5-6 йәштәге балалар дауам итте. Балалар шиғырҙы тасури, Башҡортостан иленә ғорурлыҡ тойғоһо менән һөйләне. Һуңынан конкурсты тәрбиәселәр дауам итте. Һәр бер шиғыр музыка менән, интерактив таҡталағы Башҡортостан темаһына ҡағылышлы картиналар менән биҙәлеүе кескәйҙәргә айырыуса оҡшаны. Балалар ҙа, тәрбиәселәр ҙә, шиғырҙың тематикаһына ҡарап, милли костюмдарҙа сығыш яһаны.
Сараны алып барыусы Светлана Ефремова менән Ләйсән Нагаева балаларҙы интерактив таҡталағы һүрәттәр ярҙамында Башҡортостандың ете ҙур хазинаһы менән таныштырып үткәс, малай-ҡыҙҙарҙың кескәй генә йөрәктәрендә шул һыуҙар, тауҙар менән ғорурланыу тойғоһо уянмай ҡалмағандыр. Шулай ҙа иң тулҡынландырғыс мәл алда ине – конкурс шарттары буйынса жюри ағзалары иң яҡшы шиғыр һөйләүселәрҙе билдәләргә тейеш бит. Был йәһәттән уларға еңел булмағандыр, сөнки сараға бөтә конкурсанттар ҙа яҡшы итеп әҙерләнгәндәр. Һәр береһе шиғырҙы тасуири, интонация менән һөйләп, тамашасының күңелен яуланы.
Конкурс эшен өс категорияға булеп дөйөмләштереп ҡуйырға булдылар. Беренсе категорияға – 4-5 йәшлек балалар, икенсе категорияға – 5-7 йәшлектәр һәм өсөнсө категорияға балалар баҡсаһында эшләгән тәрбиәселәр инде.
Конкурста еңеүселәргә диплом тапшырылды, әммә ҡалғандар ҙа буш ҡул менән сыҡманы залдан – һәммәһенә ҡатнашыусы сертификаты тапшырылды. Балаларға бүләккә матур китаптар һәм маҡтау грамоталары тапшырыу менән тамамланды шиғриәт байрамы.
Балалар баҡсаһында бындай эштәр йыл дауамында барасаҡ. Ҡала һәм республика кимәлендә үткәреләсәк конкурстарҙа әүҙем ҡатнашасаҡбыҙ тигән өмөттәмен. Сөнки һәр кемдең бурысы – ошондай саралар аша булһа ла үҙ илен үҫтереүгә өлөш индереү.
Г. ҒӘЛИНА, Ф. ЯҠУПОВА, 87-се балалар баҡсаһы тәрбиәселәре.