Ҡалала ҡуйылған Яңы йыл шыршыһы янынан үтеп барһам, теге иҫ киткес матур шыршынан инглиз телендә йыр яңғырап тора. Ниңә, исмаһам, русса йырлатмайҙар икән, тип йәнем көйөп ҡуйҙы. Мәҫәлән, “в лесу родилась елочка...” тип. Ярай әле ҡытайса йырлатмайҙар, тип бер аҙ тынысландым. Әгәр ҙә ошо шыршынан ҡурай моңдары ағылып торһа, ҡайһылай шәп булыр ине!