Ашҡаҙар
+2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
10
Редакция почтаһынан
22 Ғинуар 2020, 17:10
Асыу тотмағыҙ!
Мине, бәлки, кемдер яратмайҙыр, Ә кемдер йәнен әҙер бирергә. Бар кешегә ярап булмай икән, Заманалар шундай хәҙерге.
Асыу тотҡандарға мин асыуланмайым,
Рәнйеткәндәрҙе мин кисерәм.
Дошман иткәндәрҙе дуҫ итәм,
Хоҙайымдан һорайым, үтенәм.
Ғәфү һорайым һеҙҙән, барығыҙҙан,
Яңылыш ҡына ауыр һүҙ әйтһәм.
Насар уйҙар тотмайым йөрәгемдә,
Әгәр кемде мин үпкәләтһәм.
Тормош булғас, яңылыштар ҙа була,
Үпкә тотоп, ара боҙмағыҙ.
Күңел түрем барығыҙға асыҡ,
Зинhар өсөн асыу тотмағыҙ.
Фирая Ғәбдуллина.
Читайте нас:
Подпишись на наш телеграм канал
Телеграм канал газеты "Ашкадар"
Cайт использует файлы cookie и сервисы сбора технических данных посетителей.
Продолжение пользования сайтом является согласием на применение
данных технологий
Принять