Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Редакция почтаһынан
24 Ғинуар 2020, 13:40

Өләсәйем менән булған мәлде һағынам

Бала саҡ хәтирәләре бер ҙә онотолмай. Олоғая барған һайын бигерәк тә ныҡ иҫкә төшә. Бик ауыр замандарҙа йәшәгән, аслыҡ-яланғаслыҡты үткәргән өләсәйемде онотоу мөмкин түгел.

Өләсәйем Рәхимова Маһира Һәҙиәтулла ҡыҙы беҙҙән ике саҡырым алыҫ ауылда йәшәй ине. Бик бәләкәй булғанғалыр инде, мин уның ни өсөн беҙҙән башҡа йәшәгәнен аңламағанмын. Ә үҫә төшкәс, был турала өләсәйемдең үҙенән һораным һәм ул миңә аңлатып бирҙе. Ул үҙенең тыуған ауылын, йәшәгән йортон, һыу юлдарын ташлап китә алмауы тураһында әйтте. Өләсәйем яңғыҙы бик матур итеп йәшәне. Беҙ йәйге каникулда ике туған Фәнүзә апайым менән һәр саҡ өләсәйемдә булдыҡ. Ул беҙгә кис һайын матур әкиәттәрен, шиғырҙарын һөйләй торғайны. Уның бер шиғыры бик ныҡ иҫемдә ҡалған.
Аҡ ҡарсыға менән күк ҡарсыға
Ғәйникамал тигән күлдәрҙә,
Ғәзиз балаҡайым иҫемә төшһә,
Ете уянам ҡараңғы төндәрҙә.
Ҡыр ҡаҙҙары осоп баралыр,
Ҡарап ҡына күҙем талалыр.
Ни ҡәҙәре күркәм күренһә лә
Был донъялар беҙҙән ҡалалыр.
Биғәйәттең күперенән
Елеп сабып килә атҡайы.
Ҡормантауҙан ҡайтманы инде
Ғәзиз балаҡайымдың башҡайы.
Иртән генә тороп тышҡа сыҡһам,
Ағас башҡайҙары шеш кеүек.
Минең балаҡайымды һорамағыҙ,
Мәңге йоҡоға китте шул, өйҙә юҡ.
Эйе, был шиғырын улын ерләгәс яҙған. Шундай ҡайғылар күреп тә, ул илап, төшөнкөлөккә бирелеп ултырманы. “Өләсәй ни өсөн һин бер ҙә иламайһың?” – тип һорай инек. “Мин илаһам һеҙгә күңелһеҙ булыр. Ғүмерҙәре бик ҡыҫҡа булған балаҡайымдың”, – тип көрһөнөп кенә ҡуя ине. Өләсәйем гөлдәр үҫтерергә яратты. Гөлдәренә һоҡланып ҡарап, хатта улар менән һөйләшә торғайны. Урам тултырып үҫкән кесерткәнде лә маҡтап, уның файҙаһы тураһында һөйләр ине.
Беҙ иртән уяныуға самауыры йырлап, өләсәйем сәй эсә ине инде. Һеҙҙе уятырға йәлләнем, балалар, йоҡлағыҙ. Мәктәпкә былай ҙа иртә уянып китәһегеҙ тип, уятмай ине. Икмәкте ул бик ҡәҙерләп кенә телде, беҙгә уның ҡәҙерен белергә өйрәтте. Бер телем икмәк өсөн икешәр көн ҡайтмай эшләнек, ә өйҙә береһенән-береһе бәләкәй балалар – һеҙҙең әсәйҙәрегеҙ. Олоһона алты йәш, уртансыһына – өс, ә бәләкәй Әхәт улыма бер генә йәш ине. Улар ҡош балалары кеүек, бик сабыр ғына минең эштән ҡайтыуҙы көтә торғайнылар. Мин уларға икмәк, туңған картуф алып ҡайтып ашата инем.

Ә бына Әхәт улымды аслыҡтан һаҡлап алып ҡалып та, ҙурайғас үлемдән генә һаҡлап ҡала алманым. Һәр бер тыуған көнгә шатланырға кәрәк, ошонан да ҙур байлыҡ юҡ бит. Миңә әсәйем, һин тырышлығың менән дә, шиғыр яҙыуың менән дә өләсәйеңә оҡшағанһың, ти торғайны. Миңә, әлбиттә, был һүҙҙәр ҡанат ҡуя.
Хәҙер өләсәйем менән булған һәр бер ваҡиғаны һағынам. Инде мин хәҙер үҙем өләсәй, ейәнемә әкиәттәр, үҙем яҙған шиғырҙарҙы һөйләйем. Ул мине иғтибар менән тыңлай. Бына ошолай сабыр ҙа, аҡыллы ла булып минең күңелемдә, йөрәгемдең иң түрендә урын алған өләсәйем. Ул 85 йәшендә, барлыҡ донъя сәскәләргә күмелгән ваҡытта, мәңгелеккә яҡты донъя менән хушлашты.

Хәмдиә МОРТАЗИНА.
Читайте нас: