Китапхана мөдире Альмира Мөхәмәтйәрова, китапханасылар Нәзифә Иҫәнғужина, Гүзәл Ишбулдина ҡунаҡтарҙы яҡты йөҙ менән ҡаршы алып, тәү сиратта, китапхана менән таныштырғас, Нардуған байрамы тураһында һөйләнеләр.
Нардуған - йыл аҙағында, ҡышҡы ҡояш торошонан һуң үткәрелеп килгән башҡорттарҙың һәм башҡа төрки халыҡтарҙың байрамы. Нардуған - ҡояш тыуған көн. Борон замандарҙа атай-олатайҙарыбыҙ оҙон-оҙаҡ төн-дәрҙә ҡояшҡа мөрәжәғәт иткәндәр. “Нар туған, беҙгә йөҙөң менән борол инде!” – тигәндәр. Көндәр оҙая башлағас, ҡояш кешеләрҙе тыңлап йөҙө менән борола икән, тип уйлағандар. Ул 25 декабрҙә башланып 5 февралгә тиклем дауам иткән. Борон-борондан килгән был байрамды һәр халыҡ үҙенсә билдәләгән.
Ағинәйҙәрҙең дә был сарала ҡатнашыуы байрамға йәм өҫтәне. Уларҙың йыр-бейеүҙәре, матур теләктәре уҡыусыларға бик оҡшаны. Селлә бабай ҙа Нардуғанға ашығып килеп еткән. Ул балаларға йомаҡтар ҡойҙо, уйындар уйнатты. Ә иң әүҙемдәргә кәнфиттәрен дә йәлләмәне.
Абдулҡадир Инан исемендәге башҡорт һәм татар китаптары үҙәге байрамдарҙан бер ҙә ситтә ҡалмай, мәктәп уҡыусылары һәм студенттар менән ай һайын төрлө саралар ойоштороп тора. Башҡорт теле йылында халҡыбыҙҙың матур йолаларын йәш быуынға еткереү – уҡытыусыларҙың да мөҡәддәс бурысы ул.
Рәсимә ЛАТИПОВА,
15-се мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.