Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Редакция почтаһынан
7 Февраль 2020, 13:10

Ике дуҫ, ике серҙәш

2020 йыл – минең өсөн бик иҫтәлекле. Һүҙем йылдар буйы һыналған, тоғро дуҫлыҡ хаҡында.

Әхирәтем Сәлимә Ғәләүетдинова менән Стәрлетамаҡта йәшәүебеҙгә 50 йыл булып киткән. Икебеҙ ҙә Ҡунаҡбай ауылынан. Бала саҡтан бергә уйнап, бергә үҫтек, бер класта уҡыныҡ, бер партала ултырҙыҡ. Бер һүҙ менән әйткәндә, айырылғыһыҙ дуҫтарбыҙ.

Урта мәктәпте тамамлағас, Стәрлетамаҡ икмәк комбинатына эшкә килдек. Бер урында утыҙ туғыҙ йыл намыҫлы, яҡшы эшләп, хаҡлы ялға сыҡтыҡ. Егерме йыл эшләгәндән һуң икебеҙгә лә «Хеҙмәт ветераны» тигән маҡтаулы исем бирелде. Тормошҡа сыҡҡансы ятаҡта бер бүлмәлә бик татыу йәшәнек, серҙәребеҙ бер булды. Ял көндәрендә ата-әсәләребеҙгә ярҙамлашырға ауылға ҡайтып йөрөнөк, кистәрен клубҡа уйынға сыға инек. Ул йылдарҙа «Сода» мәҙәниәт һарайында башҡорт халыҡ театр түңәрәге эшләй ине. Үҙем кистәрен буш ваҡыттарҙа шул түңәрәккә бик теләп йөрөнөм. Спектаклдәрҙә уйнарға ла, йырларға ла бик ярата торғайным.
Әле лә әхирәтем менән театрға, концерттарға йыш йөрөйбөҙ. Көн һайын тиерлек бер-беребеҙҙең хәлен белешеп торабыҙ, ҡунаҡҡа ла йөрөшәбеҙ. Икебеҙ ҙә гөл-сәскәләр үҫтерергә яратабыҙ. Йәйен ишек алдын сәскәләргә күмәбеҙ. Әхирәтем шулай уҡ шәлдәр, селтәрҙәр бәйләргә әүәҫ. Уның бәйләмдәре күҙҙең яуын алып тора. Йыш ҡына тыуған көнөмдә, байрамдарҙа бүләк итә уларҙы. Сәлимәнең һәр бүләген ҡәҙерләп һаҡлайым, сөнки уларға күҙ нурын, йөрәк йылыһын һалып бәйләгән бит. Туғандарына ла шул тиклем иғтибарлы, ярҙамсыл ул. Ошондай оло йөрәкле, йомарт, саф күңелле әхирәтем булғанға Хоҙайға рәхмәтлемен. Сөнки ул – минең ҡайғы-шатлыҡтарымды уртаҡлашыусы, кәрәк саҡта ярҙамға килеүсе ғүмерлек тоғро дуҫым.

Зарифа ФӘЙЗУЛЛИНА.
Читайте нас: