Туғандар ҡунаҡҡа килергә тейеш ине, нисек тә һыр бирмәҫкә бит инде. Бер шешә. Ярай, етер әле, булғаны менән хуш.
Ирем эштән арып ҡайтһа, “проба алыуы” ла ихтимал, шуға шешәне телевизор артына йәшереп ҡуйҙым, ә өс йәшлек ҡыҙым күреп торҙо. Бер аҙҙан иптәшем дә ҡайтып төштө, ашап алғас ирем, ял итәйем әле тип, диванға, телевизор ҡарарға инеп китте. Шунан һуң ҡыҙым: “Аяҡы телевизоҙ ҡаяй”, – ти. Атаһы аңлап алды ла телевизор артынан араҡыны килтереп тә сығарҙы, шулай ҙа “проба алып” торманы, туғандар ҡунаҡҡа киләсәген белә ине. Бына шулай, ҡыҙым атаһын һыйлай яҙҙы.