– Как звать?
– Меня? Гали.
– А по-русски?
– И по-русски Гали.
– Нет-нет, как все-таки, как зовут.
– Я уже сказал, Гали.
– По-русски, меня Рафом.
– Беләһеңме, бер һорауҙы бишенсе тапҡыр... Тағы ниндәй һорау.
– Мин тиҙ килтерәм, илле һум бир.
– Нәмә килтерәһең?
– Бик шәпте, күрше йорттан.
– Кәрәкмәй, эсмәйем.
– Мине һыйларһың бәй, баш ауырта.
– Юҡ, кәрәкмәй.
– Аҡсаң йәлме, күрше булабыҙ.
– Юҡ, кәрәкмәй.
Уф, бындағы бер сәғәт оҙаҡ-оҙаҡҡа һуҙылды. Был йүнһеҙҙе башҡа күргем килмәне. Ә ул минең һөйләшергә теләмәгәнде аңлап етмәй, һорауҙарын ҡабатлай. Китте шулай ҙа.
Иртәгәһен коридорҙы ҡараштырырға булдым. Бындағы күренеш тураһында әйтеүе лә оят: кемдер бәҙрәф тапмаған, ғөмүмән. Һәр ишеккә шаҡыным, асыҡланым, баяғы 50-се фатирҙыҡы икән, “тут живут скоты” тип әрләндем. Коридорҙа бәҙрәф яһағанына түҙмәнем, бәреп йыҡтым.
Әммә бының менән бөтмәй икән әле уның этлектәре. Иң теңкәгә тейгән ғәҙәте төндә, әсәһе һәр саҡ ҡыуып сығара, ә Раф коридорҙа ҡуна. Быныһына түҙеп була ла, тик төнө буйы беҙҙең ишеккә тибеп сыға, әсәһен һүгә. Тыныс йоҡо өсөн көрәш буш ҡул менән булмай, йәпле тимер ярҙамға килә.
Аҫҡы ҡатта йәшәгән ир бер тапҡыр Рафты киҫкен тауыш менән ҡурҡытты: “Шаҡып ятһаң, туғыҙынсы ҡаттан ырғытам”, – тине. Ошо төндән һуң Раф беҙҙең ишекте өс ай самаһы шаҡыманы. Тимәк, уның аналитик мөмкинлеге бөтөнләй юҡ түгел. Ә мин улай янап ҡурҡыта белмәйем шул, ә бына туфлиҙарын һалдырып алып, туғыҙынсы ҡаттан олаҡтыра алам, булғыланы. Ә Раф өсөн быныһы ҙур бәлә түгел, хәҙерге көндә аяҡ кейемен сүплектә лә табып була.
...Бер аҙ ваҡыт үткәс, энеһе хәрби хеҙмәттән ҡайтты. Эйе, тәртиптәре үҙгәрер тип уйланым, булманы. Киреһенсә, бына тигән, таҙа кәүҙәле егет тәртипһеҙлек өлгөһөнә әүерелде, тора-бара хөкөм ителде. Төрмәнән сыҡҡас оҙаҡ буталманы, наркотик оҙаҡ йәшәргә бирмәй, егет донъя ҡуйҙы. Ә Рафаил йәки Раф тәртибен үҙгәртмәне. Күп тапҡыр полиция саҡырҙым, ҡайһы саҡта киләләр, штраф та һалалар. Көн һайын саҡырып булмай, ә нишләмәк кәрәк? Әйткәндәй, оятһыҙ булһа ла, закон алдында меҫкен булып күренергә үтә ярата Раф. Йәйге көндәрҙә еңелерәк беҙгә: тимер юлы буйындағы ағаслыҡтарҙы ул “ресторан три тополя” тип атай, шунда эсә, хәжәте шунда...
Ярай, ун бер йыл ишетмәгәнде ишетеп йәшәнек тә күсендек. Ә шулай ҙа “Михайловка” миңә оҡшай ине, үтә матур биҫтә, ә беҙ киттек. Ниңә һуң хоҡуҡ тиң, закон өсөн иҫәр ни, аҡыллы ни... Ниңә ул түгел, беҙ күсенеп китергә мәжбүр булдыҡ һуң?!.