Ашҡаҙар
-8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ҡурҡыныс сирҙән нимә һаҡлай?

Бөгөнгө көнгә ҡәҙәр зарарлы коронавирус эпидемияһы тиҙ арала 100-ҙән ашыу илгә таралырға өлгөрҙө.

Планета халҡы өсөн был сир бик тә ҡурҡыныслы, шул уҡ ваҡытта, уны еңеү өсөн бик ҡатмарлы, ҡиммәт саралар башҡарыу талап ителә. Шуның өсөн күп илдәрҙә ашығыс
рәүештә медицина белгестәре был сирҙән дауалау ысулдарын, вакциналар уйлап табыу өҫтөндә эш башланы. Билдәле булыуынса, күп кешеләр коронавирус эпидемияһына ҡаршы көрәшеү маҡсатында төрлө кәңәштәр бирә: ҡулдарҙы һабын менән йыуырға, һарымһаҡ, һуған ашарға, хатта ҡолаҡҡа ятмаҫ
кәңәштәр ҙә ишетелеп ҡала. Ысынбарлыҡта был кәңәштәр һәр кемдең үҙенең гигиенаһын һәм таҙалығын һаҡлауға ҡайтып ҡала.
Элек зарарлы сир булған урындарға хлор ҡулланып дезинфекция яһайҙар ине. Әлеге ваҡытта ла, күп осраҡта, эсә торған һыуҙы, һыу бассейндарын зарарһыҙлау өсөн хлор менән эшкәртәләр. Хәҙерге ваҡытта, Ҡытайҙа, Японияла, башҡа илдәрҙә, коронавирус эпидемияһына ҡаршы дезинфекция сараларын башҡарыу өсөн һыуҙа иретелгән ике окислы хлор (хлор диоксиды) иретмәһе ҡулланыла. Был иретмә бик көслө антисептик булы иҫәпләнә. Сөнки был мөхитттә, еүешлек һәм хлор
бергә булған осраҡта, барлыҡ зарар – сир бактериялары юҡҡа сыға.
Минең дә ҡала халҡына әйтәһе кәңәштәрем бар. Мин 1970 йылдарҙа, химзаводта эшләгәндә, СССР-ҙа беренсе булып, «хлорокс» тигән препарат уйлап сығарған кешемен. Ул тора-бара «Белизна» тип аталды. Был препарат инде 50 йыл дауамында эшләп сығарыла. Көнөнә – 30000 литр. Тимәк, был «Белизна» беҙҙең һәр беребеҙҙең өйөндә булыуы мөмкин. Ул йыуған керҙе ағартыу, ванналарҙа дезинфекция үткәреү өсөн кәрәк.

Грипп, коронавирус сирҙәре менән ауырымаҫ өсөн:
– көндәлек көнкүреш шарттарында йышыраҡ «белизна» препаратын ҡулланып кер йыуырға, санузелды, ваннаны таҙартырға кәрәк;
– диоксид «Белизна» иретмәһе менән сепрәтке еүешләп, ишек тотҡаларын, ишек алды иҙәндәрен һөртөргә кәңәш итәм;

– шул иретмәлә ҡулдарҙы еүешләргә, иретмәне еҫкәп ҡарау мотлаҡ, сөнки был осраҡта актив кислород атомы тын алыу юлдарын, үпкәләрҙе сирле бактерияларҙан
таҙарта;

– гигиена маскаларын был иретмәлә йыуғанда, уларҙы күп мәртәбә ҡулланырға мөмкин буласаҡ.
Рәлиф РӘХИМОВ,
Башҡортостандың атҡаҙанған химигы.
Читайте нас: