Ашҡаҙар
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Редакция почтаһынан
7 Апрель 2020, 21:05

ЫШАНЫС йәки КОРОНАВИРУСТЫ ЕҢЕРБЕҘ

Коронавирус инфекцияһыБеҙгә лә килеп етте.Ни уйларға ла белмәнем,Минең һуштарым китте.

Туғандарым, дуҫҡайҙарым
Вирусҡа бирешмәйек.
Өйҙә эштәр етерлек,
Йорт эштәрен эшләйек.
Тиф, сәсәк, ҡыҙылса,
Булған ҡош гриптары…
Ошо вирустарҙы еңгән
Рәсәй халыҡтары.
Тәҙ(е)рәнән ҡарап торам –
Йөрөүселәр бик һирәк.
Магазинға сыҡҡанда ла
Маска кейергә кәрәк.
Вирусҡа бирешмәйбеҙ беҙ,
Ғалимдар дарыу табыр.
Яҡты киләсәк килер ул,
Тормоштар алға барыр.
Оҙаҡламай күрерһегеҙ:
Масканы ла һалырбыҙ.
Урамда туйғансы йөрөп,
Иркенләп тын алырбыҙ!
Ғәлимә ЙӘНБИРҘИНА-
МӨХӘМӘТЙӘНОВА.
Читайте нас: