Ашҡаҙар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

КИСЕР БЕҘҘЕ, ЗИНҺАР, ВЕТЕРАН...

Шәжәрә байрамына әҙерләнеп йөрөгәндә күршелә йәшәгән бер апайҙың һүҙҙәре иҫкә килеп төштө. Яйы сыҡҡан һайын ул йыш ҡына: “Мин тыуып үҫкән Ямғырсы ауылында шәп бер бабай йәшәне, ул шул хәтлем оҫта ине: мейес тә сығарҙы, үҙе тегеүсе лә, данлыҡлы тимерсе һәм бик шәп балта оҫтаһы булды. Тик бер вакытта ла үҙенең эшләгән эштәре тураһында һөйләп йөрөргә яратманы”.

Етмеш төрлө һөнәргә эйә булған Кәримов Әхмәтгәрәй Әпкәрим улының яҙмышына ҡыҙыҡһыныу уянып, уның тураһында мәғлүмәттәр йыйырға уйланым.
Тәүҙә был олатайҙың ғаиләһе, туғандары менән һөйләштем, ауылдаштарынан һораштым. Ә бына күрше Тормай ауылында Исмәғилев Хисами исемле бер абзый уның тураһында китап яҙа икәнен ишеткәс, тағы ла дәртләнеп киттем.
Бәхеткә ҡаршы, был китаптың ҡулъяҙмаһы күрше апайымдың ағаһында булып сыҡты. Ҡулъяҙманы мин ике көн эсендә баш күтәрмәй уҡып сыҡтым. Шулай итеп, эҙләй торғас, иҫ китерлек яҙмышҡа тап булдым.
Әхмәтгәрәй бабайҙың Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Муса Йәлил менән бер үк ваҡытта Бухенвальд концлагерында булыуы ла асыҡланды.
“Стәрлебаш районы Ямғырсы ауылында үҫкән Кәримов Әхмәтгәрәй Әпкәрим улы һуғышҡа 1941 йылда алына. Килгәс тә, уның тимерсе икәнен белеп, аттар дағалағанын ишеткәс, старшина һалдатты хужалыҡ взводына ат йөрөтөүсе (ездовой) итеп ҡуя. Уның бурысы – алғы һыҙыҡҡа ҡорал, снарядтар һәм башҡа кәрәк-яраҡтар ташыу”. “Әхмәтгәрәй хеҙмәт иткән генерал Власов етәкселегендәге часть Торжок, Ржев янындағы ҡан ҡойғос һуғыштарҙа солғанышта ҡала. Дошман көсөн йәлләмәй, Мәскәүгә ташлана.
“Төнөн старшина етәкселегендә бер төркөм хужалыҡ взводы һалдаттары, ҡамауҙы өҙөп, аттар менән үҙебеҙҙекеләр яғына сығырға тырышып ҡарай, ләкин килеп сыҡмай. Засадаға эләгәләр. Дошман, һә тигәнсе тетмәләрен тетеп, тирә-яҡҡа сәсеп ташлай. Ҡайһыһы мина, ҡайһыһы снаряд ярсығына яраланған аттар ятып ҡала. Ҡайһыһы, хужаларын йығып ташлап, урман эсенә тарала. Әхмәтгәрәйҙең янында ғына снаряд шартлай, ул иҫен юғалта, ҡайҙалыр ҡараңғылыҡҡа оса...
Иҫенә килгәндә, тирә-яҡ тып-тын. Ул бер соҡорҙа ята. Соҡорҙоң өҫтөнә арҡыс-торҡос бер нисә ҡарағай-шыршы килеп ауған. Һул аяғы һулҡылдап ауыртыуға Әхмәтгәрәй ыңғырашып ҡуя. Уның ыңғырашҡанына ботаҡтар аша берәү: “Тауышланма”, – тип ыҫылдай. Снаряд соҡоро эсендә ул бер үҙе генә түгел икән. Ә алыҫта ниндәйҙер ят ҡырағай тауыштар ишетелә. Немецтар, тип һығымта яһап ҡуя ул. Шул арала ҡайҙандыр бер эт килеп сығып, йөрәкте өшөтөп, ҡотороп, ярһып соҡорға ҡарап өрә башлай. Уның артынса килеп еткән немец соҡорға табан бер-ике тапҡыр ата ла пуляһы бөтөп туҡтай. Шул саҡ снаряд соҡоронда ултырған икенсе һалдат ҡулдарын күтәреп өҫкә ҡалҡа һәм аҫта тағы ла кеше барлығына ишара яһай. Әхмәтгәрәйгә сығыуҙан башҡа сара ҡалмай. Ҡулдарын күтәрмәй сығып килгән(!!!) совет һалдатын күргән фашист йән асыуынан Әхмәтгәрәйҙең ауыҙына дағалы итеге менән килтереп тибә. Ул башҡаһын хәтерләмәй ҙә. Иҫенә килеп күҙен асҡанда, бер төркөм совет һалдаттары ултырғанын күрә. Ә ул уларҙың янында ята. Башта ул һаташам, ахырыһы, “үҙебеҙҙекеләр” тип уйлай. Ләкин тегеләрҙең тик кенә ултырғандарын күреп һәм тирә-яҡта немецса һөйләшкәндәрен ишетеп, "бер ниндәй ҙә һаташыу түгел икән был, ысын әсирлек” тип уйлап ала. Ә бит Власов армияһында хеҙмәт иткәндәр яҡшы белә:
- нисек итеп боеприпастарҙы, автоматтарҙы ҡалдырып сигенергә бойороҡ булыуын;
- бөтә ҡоралдың тау-тау булып фашистарға ҡалыуын һәм
- бойорок мотлаҡ үтәлергә тейешлекте генә яҡшы белгән меңәрләгән совет һалдатының, шул рәүешле ҡоралһыҙландырылып, фашист концлагерҙарына эләгеүен.
Әхмәтгәрәйҙең әсирлеге лә ошолай башлана. Ярай әле аяҡ-ҡулы иҫән. Аҙна-ун көндән әсирҙәргә бирелә торған шыйыҡ һурпаны әҙ-әҙләп йота, ҡатҡан икмәк киҫәген тешһеҙ ауыҙы менән әүәләп йомшарта башлағас, бер аҙ хәл инә. Артабан уларҙы Германияға ҡыуалар. Унда барып еткәнсе 4 тапҡыр ҡасып ҡарай. Ҡайҙа ул... Дүртеһендә лә тотоп, эт итеп туҡмап, ҡалдыҡ-боҫтоҡ тештәрен дә ҡойоп ташлайҙар.
Төрлө-төрлө лагерҙарҙан лагерҙарға йөрөтәләр. Ҡайһылыр бер лагерҙа немецтар тарафынан боҙға туңдырып, язалап үлтерелгән генерал Карбышевты осрата”.
“Иң һуңынан атаҡлы Бухенвальд концентрацион лагерына барып эләгә. Тимер-томор һәм ағас эшен яҡшы белгәнгә, уны лагерҙы хеҙмәтләндереүселәр йәшәйәсәк тотҡондар барагына ҡуялар. Тора-бара лагерҙың бер барагында ойошторолған тимерлеккә тимерсе булып урынлаша.
Бер ваҡыт һиҙҙермәй генә уны күҙәтә башлайҙар, “әсирҙәр араһында ла төрлө кеше барҙыр” тип, ҡурҡыбыраҡ ҡуя тимерсе. Сер оҙаҡ көттөрмәй”.
“Күп тә үтмәй, аулаҡта осратып, уға бик яуаплы эш ҡушалар. (Шул ваҡытта ул алыҫтан Муса Йәлилде күреп ҡала: шағир уға бер генә һынаулы ҡараш ташлай ҙа күҙҙән юғала). Был ҡарашты әсир фатиха тип ҡабул итә. Шулай итеп, Әхмәтгәрәйгә лагерҙа ойошторолған подпольеға ҡорал, бысаҡ, беҙ, тимерсыбыҡ ҡырҡырға ҡайсы кеүек әйберҙәр яһау эше ышанып тапшырыла”.
“Ул, ең һыҙғанып, сәмләнеп, күңелен биреп эшкә керешә, сөнки подпольеның ни тиклем яуаплы эшен башҡарыуын ул яҡшы аңлай. Был бәләкәй генә буйлы, тештәре ҡойолоп бөткән әсир бик күҙгә ташланып бармай. Күҙгә ташланһа ла, күрер күҙгә хәлһеҙләнеп, ҡомо ҡойолоп торған ҡартты хәтерләтә. Шуға ла ҡаршылыҡ күрһәтеү йәшерен ойошмаһының бер-нисә кешеһе генә Әхмәтгәрәй эшләгән бысаҡ, һөңгөләрҙең ҡайҙан килгәнен белгән була. Һөҙөмтәлә Бухенвальд тотҡондар лагерында әҙерләнгән баш күтәреү лагерь һаҡсыларына һәм башлыҡтарына аяҙ көндә йәшен һуҡҡан кеүек тойола. 1945 йылдың апрель айында лагерь һаҡсылары иҫән ҡалған әсирҙәрҙе юҡ итергә тейеш булһалар ҙа, ҡурҡыштарынан лагерҙы ташлап ҡасалар. Совет ғәскәрҙәре килеп еткәндә, лагерь азат тормош менән йәшәгән була. Күрәһең, шуғалыр ҙа, лагерҙағы тотҡондарҙы НКВД иләге аша үткәргәндә барыһын да иҫәпкә алалар – уны тыуған яҡтарына ҡайтарып ебәрәләр”. Бухенвальд тотҡондарының йәшерен ойошмаһы өсөн ҡорал эшләүе тураһында Әхмәтгәрәй Кәримовтың үҙенең күрһәтмәләрен башҡаларҙың һүҙҙәре менән дәлилләгәндән һуң да, тотҡондоң батырлыҡтарын, ниндәй маҡсат менәндер, күрһәтмәүҙе хуп күрәләр – йәшереп ҡалдыралар. “Был уҡый-яҙа белмәгән татарҙың илгә ҡурҡынысы юҡ”, – тип кенә ҡуялар үҙҙәрен “Ил” тип һанаусылар. Ә, бәлки, герой исеме башҡа берәйһенә ярап ҡуйыр, тип тә уйлағандарҙыр.
Әммә власовсы тигән исем уның кеүектәрҙе ҡайтҡас та аҙ яфаламай. Хатта ауылдаштары араһында ла рәнйетеүселәр табыла. Тик Тыуған иле алдында үҙенең бурысын нисек үтәгәнен белгән яугир, бер кем алдында ла аҡланып тормай, таҙа намыҫ, тыныс күңел менән тағы ла эшкә тотона.
Хөкүмәт тарафынан бер ниндәй ярҙам тоймаһа ла, бик иҫе китмәй бабайҙың, ҡатыны Зәйтүнә менән күҙҙәре күрмәгән ҡарт әсәһен ҡарап, һигеҙ балаға ғүмер бүләк итеп, уларҙы уҡытып, бурыстарын үтәп, фани донъянан баҡыйлыҡҡа күсә.
Концлагерҙар үтеп, дүрт ҡат ҡасып
Ҡыл өҫтөндә саҡта йәндәрең.
Туҡмалыуға, эттәр талауына
Ни хәл түҙҙе икән тәндәрең?!.
Һығылған, әммә һынмаған. Бына ниндәй булған беҙҙең яҡташыбыҙ! Ғорурланмаҫлыҡмы ни?! Тормошобоҙҙоң иң ауыр мәлдәрендә беҙ ҙә, ҡыйыу яҡташыбыҙ тамуҡ ғазаптары үтеп тә, кеше булып ҡала белгән, тип үҙебеҙҙә көс табырға тырышабыҙ. Уның өнһөҙ батырлығы бөтәһе өсөн дә рухи терәк булырлыҡ.
Тик шуныһы ғына үкенесле: һатлыҡ йән генерал арҡаһында меңәрләгән һалдат “власовсы” тигән ҡәһәрле ярлыҡ менән йәшәгән.
Ирекһеҙҙән, үҙәк өҙгөс шиғыр юлдары иҫкә төшә:
…Ғәрипләнгәс йә донъянан киткәс,
Һуңлап килде һеҙгә ихтирам,
Еңелгәндәр һинән яҡшы йәшәй,
Кисер беҙҙе, зинһар, ветеран...
Юлиә Янбаева, Гөлшаян Әлимбаева. Стәрлетамаҡ күп профилле коллежды.
Читайте нас: