1927 йылдың 1 ғинуарында Ғафури районының Иб-раһим ауылында колхозсы ғаиләһендә донъяға килә ул. Уның бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килә. Гөлсөмгә 9 йәш булғанда әсәһе ҡапыл ауырып вафат була. Кескәй генә ике һәм дүрт йәшлек ҡустылары менән улар атаһы ҡарамағында тороп ҡала. Йылдан ашыу ваҡыт үткәс, атаһы күрше ауылдан тол ҡалған ҡатынды алып ҡайта, артабан улар татыу ғаилә ҡороп йәшәйҙәр.
1941 йылдың 22 июнендә Бөйөк Ватан һуғышы башланып китә. 15 йәшлек кенә Гөлсөмдө атаһы менән трудармияға Октябрскийгә ҡулға алынғандарҙы һаҡларға ебәрәләр.
– Мылтыҡты йыйып-һүтергә, атырға ла өйрәттеләр, – тип иҫләй өләсәйем.
Трудармиянан ҡайтҡас, Красноусол ҡасабаһында быяла заводына утын менән тәьмин итеүсе булып эшкә урынлаша. Үҙе кеүек 15-17 йәшлек эшселәр менән урман ҡырҡырға йөрөй улар.
– Эштән ҡайтҡас, бер киҫәк ҡара икмәк һәм аш һурпаһы бирә торғайнылар. Һыуыҡ баракта өшөмәҫ өсөн ауылдаштарым Маһинур, Фәрхинур менән һыйынышып ҡына ята торған инек, – тип, күҙҙәренә йәштәр тулып, бик тә ауыр итеп һөйләй өләсәй. Урман эшенән ҡайтҡас, йәй көнө колхозға бесән әҙерләгәндәр.
Атаһы балта оҫтаһы булғас, ҡыҙы ла өҫтәл, ултырғыс, һандыҡ кеүек әйберҙәр эшләргә өйрәнеп ала, был шөғөлө уға ғүмер буйы ярҙам итә.
Һуғыштан һуң колхозда һауынсы, сөгөлдөрсө, балалар баҡсаһында тәрбиәсе лә булып эшләй. Хаҡлы ялға сығыр алдынан ауылда һөт йыя.
Әлеге көндә өләсәй Стәрлетамаҡ ҡалаһында кесе ҡыҙы тәрбиәһендә йәшәй. Уның бер улы ауылда йәшәй, икенсе ҡыҙы ла – Стәрлетамаҡта. Уның ике ейәне, ике ейәнсәре һәм бүлә-бүләсәләре бар.
Ҡәҙерле кешемдең әлеге көндә маҡтау ҡағыҙҙары, ми-ҙалдары бик күп. Уларҙы өләсәй ҡәҙерләп ауылда һаҡлай. Ошондай дан өләсәй ейәне булыуыма һөйөнөп бөтә алмайым.