Күҙҙәремә күренәһең,
Һағыныуымды һиҙгәндәй.
Хәлдәремде һорашырға,
Яндарыма килгәндәй.
Яңынан иҫкә төшөрҙөң,
Беҙҙең тормош юлдарын.
Бергә үткән ғүмеркәйҙең
Һиҙмәй ҡалдыҡ уҙғанын.
Оҙаҡ-оҙаҡ һағындырып,
Керәһең төштәремә.
Яратҡан тормош иптәшем,
Булманың ғүмерлеккә.
Балҡып ҡояш сыҡҡан саҡта,
Төштәремә керәһең.
Ҡайҙа ғына йөрөһәм дә,
Иҫтәремә төшәһең.