Ашҡаҙар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Әсә һәм һандуғас

Бер бәләкәй генә ауылда ҙур, татыу ғаилә йәшәй: атай, әсәй һәм алты бала. Балаларҙың шат көлөүенән бөтә урам шау-гөр килеп тора. Ошо шау-гөргә ҡушылып хатта һандуғас та һайрай, бик күңелле.

Балалар үҫтеләр, аталары ғына оҙаҡ йәшәмәне, һуғышта алған яралары тынғы бирмәне, оло ҡайғыларға һалып гүр эйәһе булды. Бөтә балалары йыйылып, аталарын хөрмәт итеп иҫкә алалар. Бына инде балалар ҙа ситкә китеп, таралышып бөттөләр, ҡайһыһы Одессала, ҡайһыһы Мәскәүҙә, Камчаткала, ә әсәй япа-яңғыҙ, бер үҙе йәшәй, һағына, балалары тип борсола. Баҡсала яҙҙарын һандуғас һайрай, тик хәҙер инде әсә һағышына ҡушылып һайрай ул, әйтерһең дә, әсә күңелен аңлай, ә бит балаларҙың шау-гөр килеүенә ул да бик шат һәм бәхетле ине.

Балалар шулай ҙа онотмай әсәләрен, хат яҙып, телефондан шылтыратып, хәлен белешеп тора, ә әсә кешегә был ғына аҙ шул... Әлбиттә, уға күршеләре инеп йөрөй, дауахананан шәфҡәт туташы килеп китә, пенсия хеҙмәткәрҙәре ярҙам итеп тора. Бер ваҡыт әсә ҡаты ғына ауырып китте һәм ул балаларына телеграмма ебәрҙе, Одессаға, Мәскәүгә, Камчаткаға... Һәм балалары бер-ике көндә алыҫ ерҙәрҙән ҡайтып та төштө. Барыһы ла йыйылышып, әсәләре янына ултырышты, гөрләшәләр, бары-һы ла элекке кеүек. Ә баҡсала йәнә һандуғас моңо, ҡошҡай ҙа тантана итә!..

Әсәләре яйлап һауыҡты, балалар үҙ тормошона сумды. Алмағас янында йәнә ике йән эйәһе генә тороп ҡалды: әсәй һәм һандуғас. Әсәйҙәр янына йышыраҡ ҡайтып йөрөһәк ине, һандуғастың шатлыҡлы моңо тынмаһын ине...

Сәрүәр Хәсәнова.
Читайте нас: