Хөрмәтле Зөлфиә Әбүталип ҡыҙы! Һеҙ бөтә көсөгөҙҙө, белемегеҙҙе, тырышлығығыҙҙы яуаплы, әммә изгелекле хеҙмәткә – балалар уҡытыуға бағышлайһығыҙ, һәр саҡ асыҡ күңелле, тынғыһыҙ йөрәкле, сабыр холоҡло, бала йәнлеһегеҙ. Намыҫлы хеҙмәтегеҙ һәм балаларға ихлас һөйөүегеҙ өсөн ҙур рәхмәт.
Юбилейығыҙ менән ҡотлап, һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, күңел тыныслығы, ҡайғы-хәсрәтһеҙ көндәр, яҡындарығыҙҙың һәм туғандарығыҙҙың күңел йылыһын тойоп, именлек, бәхетле оҙон ғүмер кисереүегеҙҙе теләп ҡалабыҙ. Тыуасаҡ таңдарығыҙ һәр ваҡыт аяҙ булһын, зәңгәр күктәр күңелегеҙҙе яҡтыртып торһон.
Тыуған көн – ул бәхет-шатлыҡ көнө,
Ысын күңелдән һеҙҙе ҡотлайбыҙ.
Сәләмәтлек, бөтмәҫ ҡыуаныстар,
Күңел тыныслығы теләйбеҙ.
Тыуыр һәр көн Һеҙгә илһам биреп,
Йәшәү дәрте, уңыш килтерһен.
Хоҙай һаулыҡ, оҙон ғүмер биреп,
Йөҙ йәшкәсә һеҙҙе еткерһен!
Иң изге теләктәр менән Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназия коллективы.