Ашҡаҙар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Редакция почтаһынан
25 Сентябрь 2020, 19:30

Эй, бер ҡайғыһыҙ бала саҡ! Сафлыҡ бөркөп торған саҡ!

Йылдар үткән һайын, бала саҡ хәтирәләре күңелгә бер йылылыҡ биреп, үткән ғүмерҙе һағындырып, йөрәк үҙенә бер кинәнес таба. Хәҙер күп нәмәне аңлайбыҙ кеүек, үҙебеҙ ҙә ата-әсәләр бит... Тик апай-ағайҙарыбыҙ менән осрашҡанда балаларға ғына хас бер ҡатлылыҡ менән шаярып-көлөшөп китәбеҙ, ҡыҙыҡ нәмәләрҙе иҫкә төшөрәбеҙ. Әммә бала саҡтағы атайым шаяртыуҙары, шуҡлыҡтары, әсәйем хәстәрләүҙәре бөтөнләй икенсе булған икән шул, улар шундай яҡын һәм ҡабатланмаҫ... Ғәзиздәребеҙ генә түгел, ауылдаштар ҙа, алыҫта ҡалған бала саҡ дуҫтарыбыҙ ҙа һағындыра икән. Артабан һеҙҙең иғтибарға урыны менән күңелде күтәрерлек тә, урыны менән һағышҡа ташларлыҡ та хәтирәләрем менән бүлешкем килә.

Беҙҙең урамда, биш-алты өй аша, күпте белгән, йор һүҙле Мәһәҙей бабай менән Ғәтифә әбей йәшәй ине. Бала-саға ҡыҙыҡһынып, күп һорау биреп атайымды ялҡытып ташлағанбыҙҙыр инде. Шундай саҡта атайым: “Эй, шул тиклем Мәһәҙей ҡарт кеүек төпсөнмәһәгеҙ! Мәһәҙей ҡарттың килене булырһың, ахырыһы, һин!” – тип шаяртыуы була, барыбыҙ ҙа шып туҡтай инек. Бер кемдең дә бәләкәй сағында килен булғыһы килмәгәндер инде, бигерәк тә Мәһәҙей ҡарттың.
***
Һуғыштан һуңғы йылдарҙа, күп өйҙәрҙә телевизор булманы. Башҡортса спектаклдәр ҡарарға күрше-ти-рә беҙгә инә торғайны. Башҡортса тапшырыуҙарҙы ул замандағы йәш, сибәр генә диктор апай – Рәсимә Кә-римова алып барҙы. Аҙнаев Фәррәх ағай (ул да атайым һымаҡ фронтовик ине): “Эх, кәләшем шулай сибәр булһа икән!” – тигән, имеш. Шунан һуң, Рәсимә Кәримова һөйләй башлаһа, ауыл халҡы: «Ана, Фәррәхтең кәләше һөйләй! Хәҙер спектакль башлана!» – тип мәрәкәләй-мәрәкәләй оло ҡәнәғәтлек менән спектакль ҡарайҙар ине.
***
Ҡышҡы оҙон кистәрҙә йомаҡтар әйтешә инек. Уның араһында атайыма массаж эшләйбеҙ. Минең бәләкәй ҡустым, атайымдың арҡаһын тапап йөрөй хатта. Ҡулбашында бер уйым (бөтәшкән яра урыны) ере бар ине. Уны атайым “бет ояһы” тип шаярта ине. Беренсе тапҡыр яраланыуының урыны шулай бөтәшеүен үҫә төшкәс кенә аңланыҡ. Балаларының эргәһендә булыуынан рәхәтләнеп, ләззәт табып ятҡандыр инде. Тик ҡайһы бер ваҡыттарҙа уйҙарға бирелеп, күҙҙәрен алыҫҡа төбәп һағышланып китә ине. Бәлки, беҙҙе күрер өсөн һуғыш мәхшәренән, бер аяҡһыҙ булһа ла, иҫән ҡайтыуына Хоҙайға рәхмәттәр уҡығандыр... Бәлки балаларымды ҡасан, нисек кенә үҫтереп, башлы-күҙле итербеҙ икән, тип тә уйлағандыр?..
***
Иҫкә төшөп, бәләкәй генә шатлыҡ килтергән мәлдәрҙе яҙғы ғына килеп тора. Ҡышҡы каникулдарҙа Стәрлетамаҡтан Миңнеғужа ағайым ҡайтһа, шул тиклем күңелле булып ҡала ине. Интернатта уҡығанғамы, ул яңы йырҙар, уйындар күп белде. Атайымдың бер тыуған көнө бөгөнгөләй хәтеремдә. Мин табала атайымдың йәшен яҙып тороп бәлеш бешерҙем. Әсәйем менән икеһен түргә ултыртып ҡуйҙыҡ та, ишек шаршауы артынан сығып, йәнәһе лә сәхнәлә концерт ҡуябыҙ. Эй, йырлайбыҙ, бейейбеҙ, шиғыр һөйләйбеҙ, үҙебеҙҙе ысын артистар кеүек тойоп ҡыланабыҙ. “Тамашасыларыбыҙ” көслө алҡыштар менән беҙҙе ҡабат-ҡабат һорап сәхнәгә сығаралар...
Гөлсөм ИРАЛИНА.
Читайте нас: