Хәтерләйһегеҙҙер, бынан биш йыл элек Омскиҙа дүрт ҡатлы хәрби казарма емерелеп төшкәс, егет емереклектәр аҫтында ҡалып, комаға китә. Аңына килә ул, әммә... ике аяғы ла ҡырҡылған була шул. “Инвалид арбаһында ҡалырмын тип бер ваҡытта ла уйламағайным, был ҙур һынау”, – ти ул үҙенең сығыштарында. Нисек кенә булмаһын, Рөстәм үҙ хәленән көслөрәк булып сыға, үҙ-үҙенә бикләнмәй, киреһенсә, мөмкин тиклем тулы тормош менән йәшәргә ынтыла. Спортта уңыштарға өлгәшә, хәҙер уны интернет киңлектәрендә белмәгәндәр һирәктер. Был еңеү-ҙәрҙә уның ғаиләһен иғтибарһыҙ ҡалдырыу хата булыр ине моғайын, сөнки уның өсөн ҡатыны Индира һәм ҡыҙҙары София менән Әминә – көс биреүсе лә, дәртләндереүсе лә, ныҡлы терәк тә! Ә бит, Рөстәм аяҡһыҙ ҡалғас, Индираның унан баш тартыуы ла мөмкин булған. Әммә мөхәббәт барыһынан көслөрәк шул!
Рөстәм спортта ғына түгел, төрлө яҡлап үҫешә: бешеренергә ярата, тауҙарға үрләй, парашюттан һикерә, китап яҙған. Билдәле блогерҙың яңылыҡтарын көн дә 296 меңдән ашыу кеше ҡарап бара.
Рөстәм, үкенескә ҡаршы, тормош һынауҙарына йәшләй үк тап була. Бер йәшлек кенә сағында әсәһен юғалта. Уны әсәһенең бер туған апаһы ҡарап үҫтерә. Мәктәптән һуң Өфө дәүләт нефть-техник университетын тамамлай. Армияға үҙ теләге менән китә. 2 аҙнанан һуң, хәрби казарма емерелеп, 24 һалдат үлә, Рөстәм ике аяҡһыҙ ғәрип булып ҡала. Нәҡ Индираға мөхәббәте, тормош һөйөүсәнлеге уны юғалып ҡалмаҫҡа,тормошта үҙен табырға ярҙам итә. Протезда йөрөргә өйрәнә. Бер табиптың кәңәше менән следж-хоккей менән шөғөлләнә башлай. Рәсәй чемпионатында следж-хоккей буйынса 4 алтын миҙал, көмөш һәм бронза миҙалдар яулай.
“Ғәрип килеш тә беҙ көслө, күберәк булдыра алабыҙ. Ауырлыҡ-тар алдында бирешмәгеҙ. Бөтә ҡыйынлыҡтар, һынауҙар тормошто яратырға өйрәтә. Тулы тормош менән йәшәгеҙ, бер ваҡытта ла бирешмәгеҙ. Хыялығыҙҙы тормошҡа ашырығыҙ”, – ти Рөстәм. Бына бит ниндәй матур йәшәү өлгөһө күрһәтә егет. Үҙҙәренең тормоштары менән кешеләргә өлгө күрһәткән кешеләр аҙмы ни?.. Параолимпия чемпионы Ирек Зарипов, яҙыусы Ибраһим Ғиззәтуллиндар ҙа ике аяҡһыҙ ҡалып, ихтыяр көсө табып, артабан да йәмғиәткә файҙалы кеше булып йәшәүҙәрен дауам итәләр. Ошондай кешеләрҙең ихтыяр көсөләй көс менән яратһаҡ ине ул тормошто!..