Ашҡаҙар
-9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Редакция почтаһынан
20 Октябрь 2020, 17:05

АЙЫРМА НИҘӘ?

Ауылда ла тормош әйбәтҠаланан һис кәм түгел,Өйҙәрҙе газы йылыта,Ташымайҙар көл-күмер.

Иңгә көйәнтәләр аҫып
Йөрөмәйҙәр йылғаға,
Асып ебәрһәң кранын
Гөжләтеп һыуы аға.

Тырыш кеше урын таба
Йыуыныу бүлмәһенә,
Кер йыуырға, ҡойонорға
Бар бөтә нәмәһе лә.

Кәрәк икән мунса яғып
Рәхәтләнеп сабына,
Ә эҫелә йәй көндәре
Йылғаһында ҡойона.

Аш әҙерләргә теләһәң,
Бүлмәһендә газы бар,
Тулҡындамы, эҫеләме
Бешә тәмле аш-һыуҙар.

Ҡунаҡ килһә, өйҙәр иркен
Бүлмәләр күп йоҡларға,
Донъяларға шөкөр итеп
Йәшәйҙәр ауылда ла.

Йорт янындағы баҡсала
Емеш-еләк йыялар,
Ҡыярын,помидорҙарын
Ҡышҡа тоҙлап ҡуялар.

Күп ҡатлы йорттар юҡ бында,
Ауыл өйө бер ҡаттан,
Бер ҡатлы булыуы менән
Беҙҙең күңелгә ятҡан.

Тәҙрә асһаң ишетелә
Һандуғастың моңдары,
Атлағанда тыҡ-тыҡ итә
Асфальт булғас юлдары.

Ауылда хәҙер тәҙрәләр
Пластиктән ҡуйыла,
Еңел машиналар саба
Һыймай урам буйына.

Ҡош-ҡортон,малдарын ҡарап,
Кергәс эштәрен бөтөп,
Дуҫ-туған хәлен белешә
Интернетенә кереп.

Күп каналлы телевизор
Ҡарайҙар хәҙер бында,
Ҡаланан айырма шунда:
Эше күп шул ауылда!

Илһам килгән саҡтарында
Ҡулға ҡәләм алабыҙ,
Интернеттәге селтәргә
Яҙабыҙ ҙа яҙабыҙ.
Фәүзиә Ҡотлогилдина- АЛТЫНБИКӘ
Читайте нас: