Ашҡаҙар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Редакция почтаһынан
27 Ноябрь 2020, 13:11

10-сы мәктәп уҡыусыларының ҡотлау шиғырҙары

Әсәйем-ҡояшымӘсәйем минең, ҡәҙерлем,Байрам менән ҡотлайым! Гел күҙҙәрең балҡып торһон,Берҙән-берем, ҡояшым!Иркәләйһең һин, наҙлайһың,Күңелең һәр саҡ асыҡ.Гел йылмайып ҡына йәшә,Беҙҙән яратыу алып!Яна ТЕЛЕПКО, 4-се класс уҡыусыһы.

Минең әсәй
Кем беҙҙе һөйә, ярата,
Иркәләп иртән уята,
Бөтә эшен дә башҡарып,
Уйнарға ла өлгөрә?
Һәр ваҡыт беҙҙе ҡайғырта,
Яратып ҡаршы ала.
Йән атыусы, йылытыусы,
Күҙҙәренән нур бөркөүсе,
Кем икән ул тиһегеҙме –
Белһәгеҙ, ул – минең Әсәй!

Айназ ХӘСӘНОВ,
4-се класс уҡыусыһы.
Өләсәйем
Минең ҡәҙерле өләсәй –
Әсәйемдең әсәһе.
Һиңә һөйөү, наҙ, йылылыҡ,
Килә һәр саҡ әйтәһе.
Ныҡлы һаулыҡ теләйем мин,
Матур бул, йылмайып тор.
Ошо байрам менән ҡотлап,
Ейәнсәрең ҡыуандырыр.

Яна ТЕЛЕПКО,
4-се класс уҡыусыһы.
Читайте нас: